Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 8:12 - Изге Яҙма

12 Левиҙәр ҡулдарын башмаҡтарҙың башына һалһын. Артабан левиҙәрҙе пакландырыу өсөн бер башмаҡты – гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға килтер.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Левиҙәр ҡулдарын башмаҡтарҙың башына һалһын. Артабан левиҙәрҙе пакландырыу өсөн бер башмаҡты – гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Левиҙәр ҡулдарын башмаҡтарҙың башына һалһын. Артабан левиҙәрҙе пакландырыу өсөн бер башмаҡты – гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға килтер.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 8:12
25 Referencias Cruzadas  

Үгеҙҙе Осрашыу сатыры алдына алып кил. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйһын.


Ҡанун бөтә нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.


Шунан гонаһ ҡорбаны булған үгеҙҙе килтерҙе. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйҙы.


Ҡулын тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән малдың башына ҡуйһын; шунда Раббы, ул кешене гонаһынан паклар өсөн, был ҡорбанды ҡабул итер.


Үгеҙ башмаҡ менән тейешле икмәк саҙаҡаһы – зәйтүн майы ҡушылған бойҙай оно килтерһендәр. Икенсе башмаҡты гонаһ ҡорбаны итеп килтер.


Ошоларҙы ҡаһин Раббы алдына ҡуйыр ҙа теге кешенең гонаһ ҡорбанын һәм яндырыу ҡорбанын ғәмәл ҡылыр.


Ул Раббыға ҡорбан итеп яндырыу өсөн бер йәшлек кәмселекһеҙ тәкә бәрәс, гонаһ ҡорбаны итеп бер йәшлек кәмселекһеҙ орғасы бәрәс, татыулыҡ ҡорбаны итеп кәмселекһеҙ бер тәкә,


Ике ҡулын тәкәнең башына ҡуйһын һәм Исраил халҡының бөтә ғәйептәрен, енәйәттәрен – барлыҡ гонаһтарын танып һөйләһен дә, шул гонаһтарҙы тәкәнең башына йөкмәһен. Шунан был эш өсөн тәғәйенләнгән берәй кеше оҙатыуында тәкәне сүлгә ебәрер.


Һарун үҙен һәм ғаиләһен гонаһтан паклау өсөн, үгеҙ башмаҡты һуйып, гонаһ ҡорбаны килтерһен. Башмаҡты салғандан һуң


Үҙе һәм ғаиләһе гонаһтан пакланһын өсөн ул гонаһ ҡорбаны итеп үгеҙ башмаҡ тәҡдим итһен.


Шунан Һарунға: – Раббы бойорғанса, ҡорбан усағы янына бар ҙа, үҙеңде һәм халыҡты гонаһтарҙан паклау йолаһын башҡарып, үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим ит, – тине. – Унан һуң халыҡты гонаһтарынан паклау йолаһын башҡарып, халыҡтың да ҡорбанын килтер.


Бөгөн эшләгән һәр нәмәне Раббы һеҙҙе гонаһтарығыҙҙан паклау өсөн бойорҙо.


Шунан һуң Муса тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡ тәкәһен алып килде. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы.


Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, икенсеһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр.


Ҡорбан килтереүсе, ҡорбандың бөтә майын, татыулыҡ ҡорбаны булған һарыҡ бәрәсенең майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында Раббыға ут ҡорбаны итеп яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр.


Башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына Раббы хозурына алып килһен. Ҡулын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм уны Раббы ҡаршыһында салһын.


Халыҡтың аҡһаҡалдары Раббы ҡаршыһында ҡулдарын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм башмаҡты Раббы хозурында салһын.


Левиҙәрҙе Һарун менән улдары алдына баҫтыр һәм уларҙы һелкетмә ҡорбан һымаҡ Раббыға бағышла.


Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios