Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 7:1 - Изге Яҙма

1 Изге сатырҙы ҡороп бөткәс, Муса уны барлыҡ кәрәк-ярағы менән, шулай уҡ ҡорбан усағын бөтә кәрәк-ярағы менән мәсехләп изгеләндерҙе.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Изге сатырҙы ҡороп бөткәс, Муса уны барлыҡ кәрәк-ярағы менән, шулай уҡ ҡорбан усағын бөтә кәрәк-ярағы менән мәсехләп изгеләндерҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Изге сатырҙы ҡороп бөткәс, Муса уны барлыҡ кәрәк-ярағы менән, шулай уҡ ҡорбан усағын бөтә кәрәк-ярағы менән мәсехләп изгеләндерҙе.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 7:1
15 Referencias Cruzadas  

Ҡорбан усағын мәсехләп бағышлаған көндө Исраил башлыҡтары алып килгән бүләктәр ошолар ине: ун ике көмөш тәрилкә, ун ике көмөш сеүәтә, ун ике алтын һауыт;


Һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: бүләкме, әллә бүләкте изге итеүсе ҡорбан усағымы?


Шул уҡ көндө батша, Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итте, сөнки Раббы хозурындағы баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай ине.


татыулыҡ ҡорбанына егерме дүрт үгеҙ, алтмыш һарыҡ тәкәһе, алтмыш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек алтмыш тәкә бәрәс. Мәсехләгәндән һуң ҡорбан усағын бағышлау өсөн килтерелгән саҙаҡалар бына шулар.


– Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке.


Алла етенсе көндө фатихаланы һәм уны изге көн итеп айырҙы, сөнки бөтә бар ҡылыуға ҡағылышлы эштәрен тамамлап, был көндә Ул ял итте.


Ҡорбан усағын мәсехләгән көндә башлыҡтар бағышлау бүләге алып килделәр һәм ҡорбан усағы алдына ҡуйҙылар.


Көн һайын, пакланыу өсөн, гонаһ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ килтер. Ҡорбан усағын пакла һәм изгеләндереү өсөн уны мәсехлә.


Йыуынғысҡа һәм уның таяуына май һөрт – уларҙы изгеләндер.


– Исраилдарға әйт, һәр ырыуҙың башлығы берәрҙән һиңә йәмғеһе ун ике таяҡ бирһен, һәр таяҡҡа башлыҡтың исемен яҙып ҡуй.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios