Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 6:24 - Изге Яҙма

24 «Раббы һиңә фатихаһын бирһен һәм һаҡлаһын!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

24 «Раббы һиңә фатихаһын бирһен һәм һаҡлаһын!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 «Раббы һиңә фатихаһын бирһен һәм һаҡлаһын!

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 6:24
22 Referencias Cruzadas  

Алла Үҙе – именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләндерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтә булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.


Шулай булһа, әҙәм аҡылы етмәҫтәй, бар нәмәнән юғары булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсихтә һаҡлар.


Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алған һәм Үҙенең шөһрәте алдына кәмселекһеҙ килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алған


«Мин, Раббы, һине Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән саҡырҙым, Һине етәкләрмен, хәстәрләрмен. Һуҡырҙарҙың күҙен асыр өсөн, Зиндандағы әсирҙәрҙе, Ҡараңғыла ултырған тотҡондарҙы сығарыр өсөн Һине халыҡҡа – килешеүемдең билдәһе, Ҡәүемдәргә яҡтылыҡ нуры итермен.


Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла.


Ә мине ҡырағай үгеҙ һымаҡ көслө иттең, Башыма саф зәйтүн майы һөрттөң.


Раббыны данлағыҙ – Ул игелекле. Исеменә мәҙхиә йырлағыҙ – был шундай ләззәтле.


Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы.


Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Тауҙарҙың нигеҙҙәре һелкенде.


Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.


Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.


Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.


Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»


«Мин Раббы – уның ҡарауылсыһы, Уны гел һуғарып торам. Бер кем дә зарар итмәһен тиеп, Уны көнө-төнө һаҡлайым.


Рухың менән генә шөкөр иткәндә, иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!


Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Хәҙер инде ҡолоңдоң йортона фатихаңды бирһәңсе, ул һәр ваҡыт Һинең хозурыңда булһын. Раббы Хакимым, был хаҡта Һин Үҙең әйттең, һәм Һинең ошо фатихаң менән ҡолоңдоң йорто мәңгелеккә фатихалы булып ҡалыр.


Эй Аллабыҙ, ҡолоңдоң доғаһын һәм ялбарыуын ишет – Үҙең хаҡына, бөйөк Хакимым, тар-мар ителгән Изге торлағыңды рәхмәтең менән нурландыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios