Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 4:16 - Изге Яҙма

16 Майшәмдәре өсөн зәйтүн майы менән хуш еҫле матдәләр, көндәлек икмәк саҙаҡаһы менән мәсех майы – бөтә Изге сатыр һәм дә унда булған бөтә нәмә – изге әйберҙәр һәм барлыҡ кәрәк-яраҡ өсөн Һарун улы Әлғазар ҡаһин яуаплы булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Майшәмдәре өсөн зәйтүн майы менән хуш еҫле матдәләр, көндәлек изге икмәк менән мәсех майы – бөтә Изге сатыр һәм дә унда булған бөтә нәмә – изге әйберҙәр һәм барлыҡ кәрәк-яраҡ өсөн Һарун улы Әлғазар ҡаһин яуаплы булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Майшәмдәре өсөн зәйтүн майы менән хуш еҫле матдәләр, көндәлек икмәк саҙаҡаһы менән мәсех майы – бөтә Изге сатыр һәм дә унда булған бөтә нәмә – изге әйберҙәр һәм барлыҡ кәрәк-яраҡ өсөн Һарун улы Әлғазар ҡаһин яуаплы булыр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 4:16
20 Referencias Cruzadas  

майшәм өсөн зәйтүн майы, мәсех майы һәм төтәтеү майы өсөн хуш еҫле матдәләр,


– Исраил халҡына бойороҡ бир: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн, ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр.


Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.


үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Кеше Ғайса Мәсих.


Шулай итеп, һәр кем беҙҙе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын.


Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә


Һарун ҡаһиндың улы Әлғазар левиҙәрҙең башлыҡтары өҫтөнән етәксе булыр. Изге урын өсөн яуаплы кешеләр уның күҙәтеүе аҫтында торор.


– Һарун ҡаһин булараҡ мәсехләндерелгән көндө, Һарун менән улдары икмәк саҙаҡаһы итеп Раббыға иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн – яртыһын иртәнсәк, яртыһын кискеһен – алып килһен. Ул даими бер саҙаҡа булыр.


Ул, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, мәсехләү өсөн изге май һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһы яһаны.


шулай уҡ мәсех майын, Изге сатырҙа төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын эшләһендәр. Улар быларҙың барыһын да Мин һиңә бойорғанса эшләргә тейеш.


Раббы Мусаға былай тине:


Раббы Мусаға былай тине:


Муса менән Һарунға Раббы былай тине:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios