Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 4:14 - Изге Яҙма

14 Өҫтөнә усаҡта ҡорбан килтергәндә ҡулланылған бөтә һауыт-һабаны – һоҫҡоларҙы, сәнскеләрҙе, көрәктәрҙе, ҡан һирпеү сеүәтәләрен һалып, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ҡапларҙар һәм ҡолғаларын урынына ҡуйырҙар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Өҫтөнә усаҡта ҡорбан килтергәндә ҡулланылған бөтә һауыт-һабаны – һоҫҡоларҙы, сәнскеләрҙе, көрәктәрҙе, ҡан һирпеү сеүәтәләре һалып, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ҡапларҙар һәм ҡолғаларын урынына ҡуйырҙар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Өҫтөнә усаҡта ҡорбан килтергәндә ҡулланылған бөтә һауыт-һабаны – һоҫҡоларҙы, сәнскеләрҙе, көрәктәрҙе, ҡан һирпеү сеүәтәләрен һалып, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ҡапларҙар һәм ҡолғаларын урынына ҡуйырҙар.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 4:14
7 Referencias Cruzadas  

Сөләймән Алла йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтә: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға өҫтәлдәр,


Уға көл сығарыу өсөн көршәктәр, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын.


Йәнә йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябырҙар, өҫтөнә тағы ла зәңгәр йәймә ҡапларҙар һәм күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы дүңгәләктәргә кейҙереп ҡуйырҙар.


Ҡорбан усағын көл-ҡоромдан таҙартып, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йәймә менән көпләрҙәр.


Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.


Сәрүәр ағасынан ҡорбан усағы эшлә. Ул – дүрткел, буйы ла, иңе лә биш, ә бейеклеге өс терһәк булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios