Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 3:40 - Изге Яҙма

40 Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарҙың бер айлыҡтан алып ир затынан булған бөтә баш балаларын һана ла исемлек төҙө.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

40 Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарҙың бер айлыҡтан алып ир затынан булған бөтә баш балаларын һана ла исемлек төҙө.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

40 Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарҙың бер айлыҡтан алып ир затынан булған бөтә баш балаларын һана ла исемлек төҙө.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 3:40
13 Referencias Cruzadas  

– Левиҙәрҙе ғаиләләре, нәҫелдәре буйынса һанап сыҡ. Бер айлыҡтан алып бөтә ир затын иҫәпкә ал.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


Еңгән кеше аҡ кейем кейәсәк, һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.


Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтәһенең Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына,


Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Әммә яуыз рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.


Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк.


Үлектәр араһына ташланған, Һин башҡаса иҫеңә алмаған, Инде бөтөнләй ҡулыңдан төшкән, Ҡәберҙә ятҡан мәйеттәй булдым,


– Исраил улдарының бөтә баш балалары урынына – левиҙәрҙе, уларҙың малы урынына левиҙәрҙең малын ал. Левиҙәр Минеке буласаҡ. Мин – Раббы.


– Мин һәр Исраил ҡатынынан донъяға килгән тәүге ир бала урынына исраилдар араһынан левиҙәрҙе Үҙемә алдым. Улар – Минеке,


Исраилдарҙың бөтә беренсе булып тыуған улдары урынына – левиҙәрҙе, ә исраилдарҙың беренсе булып тыуған мал-тыуары урынына левиҙәрҙең мал-тыуарын Миңә айырып ал. Мин – Раббы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios