Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 3:3 - Изге Яҙма

3 Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән улдары.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән, улдары.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән улдары.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 3:3
10 Referencias Cruzadas  

Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.


Муса мәсех майы, ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды алып, Һарун менән улдарына һәм уларҙың кейемдәренә һирпте. Шул рәүешле Һарунды һәм уның кейемен, улдарын һәм уларҙың кейемдәрен изгеләндерҙе.


Һарунды изгеләндереү өсөн башына май ҡойоп мәсехләне.


Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.


Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.


Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер.


Әммә Надав менән Авиһу Синай сүлендә Раббы ҡаршыһына Ул рөхсәт итмәгән утты килтергән өсөн үлгәйне. Уларҙың балалары юҡ ине. Әлғазар менән Иҫамар аталары Һарун эргәһендә ҡаһин булып ҡалды.


Дауыт уларҙы Леви улдарынан Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари нәҫелдәре буйынса төркөмдәргә бүлә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios