Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 29:12 - Изге Яҙма

12 Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Бер нәмә лә эшләмәгеҙ, ете көн буйы Раббы байрамын билдәләгеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Бер нәмә лә эшләмәгеҙ, ете көн буйы Раббы байрамын билдәләгеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Бер нәмә лә эшләмәгеҙ, ете көн буйы Раббы байрамын билдәләгеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 29:12
16 Referencias Cruzadas  

Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә башланған һәм ете көн барған байрамда хаким гонаһ һәм тотош яндырыу ҡорбандарын, икмәк саҙаҡаһын һәм зәйтүн майын көн һайын килтереп торһон».


Ғөзәйер, беренсе көндән алып һуңғы көнгә тиклем, көн һайын Алланың ҡанун китабын уҡыны. Ете көн байрам иттеләр, ә һигеҙенсе көн, ҡағиҙә буйынса, изге йыйын булды.


Раббы Муса аша биргән ҡанунда: «Исраил халҡы етенсе айҙың байрам көндәрендә ҡыуыштарҙа йәшәһен», – тигән яҙыуҙы таптылар.


Бойҙайҙың тәүге уңышын йыйғас, Аҙналар байрамын үткәр. Йыл аҙағында Уңыш йыйыу байрамын үткәр.


Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр.


Етенсе айҙың беренсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Был көн һеҙҙә борғо ҡысҡыртыу көнө булһын.


Тотош яндырыу ҡорбаны, йәғни ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ун өс үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдар кәмселекһеҙ булһын.


Яровғам һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөн, Йәһүҙәлә үткәрелә торған байрамға оҡшатып, байрам тип иғлан итте. Бейт-Илдә үҙе яһатҡан үгеҙ башмаҡ һындарына бағышлап ҡорбан салдырҙы. Бейт-Илдәге үҙе эшләткән табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһиндар билдәләне.


Ҡанунда яҙылғанса, Ҡыуыш байрамы үткәреп, көн һайын тәғәйенләнгән һанда тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙеләр.


Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.


Һигеҙенсе көндө һеҙҙә изге йыйын булһын, бер эш тә эшләмәгеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios