Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 26:55 - Изге Яҙма

55 Ерҙе йәрәбә һалып бүлеү фарыз, биләмә ере ырыуҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленһен.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

55 Ерҙе йәрәбә һалып бүлеү фарыз, биләмә ере ырыуҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленһен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

55 Ерҙе йәрәбә һалып бүлеү фарыз, биләмә ере ырыуҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленһен.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 26:55
21 Referencias Cruzadas  

Муса Исраил халҡына шуны бойорҙо: – Раббы туғыҙ ырыуға һәм Менашшеның ярты ырыуына бирергә ҡушҡан ерҙәр ошо, һеҙ уны йәрәбә буйынса бүлеп алырһығыҙ.


Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәне күберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ.


йәрәбә буйынса, Раббы Муса аша ҡушҡанса, Исраилдың туғыҙ ярым ырыуына бүлде.


Раббы Мусаға әйткәнсә, Йушағ был ерҙәрҙең барыһын да яулап алды һәм Исраилдың бөтә нәҫел тармаҡтарына биләмәгә бүлеп бирҙе. Ниһайәт, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.


Яҡтылыҡ батшалығында Алла Үҙенең изге халҡына вәғәҙә иткәндән өлөш алырға һеҙҙе лайыҡлы иткәнгә Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ.


Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Маҫҫиасҡа төштө, һәм ул бүтән ун бер илсе иҫәбенә индерелде.


Көслө дәғүәселәр араһында бәхәсте йәрәбә хәл итә.


Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.


Етенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Дан ырыуына төштө.


Алтынсы йәрәбә нәҫелдәре буйынса Нафтали ырыуына төштө.


Бишенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Ашер ырыуына төштө.


Дүртенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Исасхарға – Исасхар улдарына төштө.


Өсөнсө йәрәбә нәҫелдәренә күрә Зевулун улдарына төштө. Уларҙың биләмәләре Саридҡа тиклем һуҙыла.


Икенсе йәрәбә Шимғонға – нәҫелдәренә күрә Шимғон ырыуына төштө. Уларҙың биләмә ерҙәре Йәһүҙә улдарына ҡараған биләмә ерҙәре эсендә урынлашҡайны.


Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын.


Йософ нәҫелдәре Йушағҡа: – Ниңә һин беҙгә биләмәгә бер генә өлөш ер, бер генә өлкә бирҙең? Беҙ бит Раббы фатихаһы менән ишәйгән күп һанлы халыҡ, – тине.


Күп һанлыларға ла, аҙ һанлыларға ла йәрәбәгә сыҡҡан ер бирелһен.


Һеҙ уны биләмәләргә йәрәбә буйынса үҙегеҙгә һәм, арағыҙҙа йәшәп, балалары тыуған килмешәктәргә бүлегеҙ. Был кешеләр һеҙҙең өсөн ерле исраилдар менән тигеҙ хисапланһын, Исраил ырыуҙары араһында һеҙҙең менән бергә уларҙың да өлөшө булһын.


былай тине: – Раббы ерҙе һин хакимыбыҙға йәрәбә буйынса Исраил улдары араһында биләмә итеп бүлергә бойорғанда, һин хакимыбыҙға туғаныбыҙ Селофхадтың өлөшөн уның ҡыҙҙарына бирергә ҡушҡан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios