Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 23:24 - Изге Яҙма

24 Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына, Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбанының ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына. Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбаны ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына, Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбанының ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ».

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 23:24
20 Referencias Cruzadas  

Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған Йәш арыҫлан һин, Йәһүҙә. Гүйә ул арыҫлан – ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан – Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән?


Бинйәмин йыртҡыс бүрегә оҡшаш; Иртәнге ауын ашап бөтөрөр, Кисен яумалын өлөшләп бүлер.


Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.


Ул көндө Мин Йәһүҙә башлыҡтарын утын араһында ултырған ҡуҙлы көршәк, көлтәләр араһында янған сыра кеүек итермен. Улар уңда ла, һулда ла, эргә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы яндырып юҡ итер. Йәрүсәлим халҡы иһә тағы үҙ ҡалаһында, Йәрүсәлимдә, йәшәр.


„Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер.


Арыҫлан ояһы ҡайҙа хәҙер, Йәш арыҫландар ашана торған урын? Арыҫлан менән инә арыҫлан боҫҡан, Көтөйҙәрен һис кем борсомаған ер ҡайҙа?


Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Раббы миңә былай тине: «Табышы өҫтөндә ырылдаған арыҫлан, йәш арыҫлан, Күпме генә көтөүсе йыйылһа ла, Уларҙың тауышынан ҡурҡырмы? Аҡырыуға иғтибар итерме? Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ла шулай булыр, Сион тауына, ошо ҡалҡыулыҡҡа Ҡотҡарыр өсөн һуғышырға төшөр.


ул да булһа, йәнлектәр араһында иң көслө арыҫлан, һис берәүгә юл бирмәҫ ул,


Ҡараңғылыҡты Үҙенә япма итте, Ямғырлы ҡара болоттарҙан Үҙенә сатыр ҡорҙо.


Ғад хаҡында әйтте: – Ғадтың ерен Киңәйткәнгә шөкөр булһын! Ғад ҡулды-башты ботарлар Арыҫландай тыныс ятыр.


Балаҡ Билғамға былай тине: – Улайһа һин уны ҡарғама ла, фатихалама ла.


Балалары өсөн арыҫлан һунар сапты, Инә арыҫлан өсөн табышын боғаҙланы; Мәмерйәһен аулаған йәнлектәр менән, Ояһын ҡорбандары менән тултырҙы.


Һәр бер баҫҡыстың ике яғында берәр арыҫлан һыны булып, тәхеттең алты баҫҡысында йәмғеһе ун ике арыҫлан тора. Бер генә батшалыҡта ла бындай тәхеттең булғаны юҡ ине.


Тәхеттең баҫҡыстары алтау, аяҡ ҡуйыр өсөн тәхеткә алтын эскәмйә беркетелгән. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios