Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 23:1 - Изге Яҙма

1 Билғам Балаҡка былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Билғам Балаҡка былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Билғам Балаҡка былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 23:1
19 Referencias Cruzadas  

Билғам Балаҡҡа былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Байрам ваҡытында ете көн буйы ул һәр көн, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, кәмселекһеҙ ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе, гонаһ ҡорбаны булараҡ, бер кәзә тәкәһе килтерһен.


Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм.


Улар батшалыҡ өсөн, Изге торлаҡ өсөн һәм Йәһүҙә өсөн ҡорбан салырға тип, ете үгеҙ башмаҡ, ете һарыҡ тәкәһе, ете һарыҡ бәрәсе һәм гонаһ ҡорбанлығы өсөн ете кәзә тәкәһе алып килә. Хизкияһ Һарун тоҡомонан булған ҡаһиндарға Раббының ҡорбан усағында уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерергә ҡуша.


Раббының Килешеү һандығын күтәреп барған левиҙәргә Алла Үҙе ярҙам иткәнгә күрә, улар ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе ҡорбан итә.


Бәлки миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһегеҙ? Әммә Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт Йәрүсәлимдәге ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип әйтте түгелме?»


– Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ.


Етенсе көндө ете үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт.


Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын.


Икенсе көндө иртән Балаҡ Билғамды эйәртте лә уны Бамоҫ-Бәғел ҡалҡыулығына алып менде. Бынан Исраил халҡының бер өлөшө күренә ине.


Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне. Улар һәр усаҡта берәр башмаҡ менән һарыҡ тәкәһен ҡорбан итеп яндырҙы.


Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне, һәр ҡорбан усағында берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios