Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 22:5 - Изге Яҙма

5 Ул илселәрен тыуған яғына, Евфрат йылғаһын һыулаған Пеҫор ҡалаһына, Беғор улы Билғамды ярҙамға саҡырырға ебәрҙе: – Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты ла бөтә ер йөҙөн ҡапланы, – тип әйтергә ҡушты уға. – Был халыҡ минең йәнәштә генә төпләнде.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ул илселәрен тыуған яғына, Евфрат йылғаһын һыулаған Петор ҡалаһына, Беғор улы Билғамды ярҙамға саҡырырға ебәрҙе: – Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты ла бөтә ер йөҙөн ҡапланы, – тип әйтергә ҡушты уға. – Был халыҡ минең йәнәштә генә төпләнде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Ул илселәрен тыуған яғына, Евфрат йылғаһын һыулаған Пеҫор ҡалаһына, Беғор улы Билғамды ярҙамға саҡырырға ебәрҙе: – Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты ла бөтә ер йөҙөн ҡапланы, – тип әйтергә ҡушты уға. – Был халыҡ минең йәнәштә генә төпләнде.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 22:5
15 Referencias Cruzadas  

Сөнки Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа юлда һеҙҙе икмәк һәм һыу менән ҡаршыламанылар, етмәһә Арам-Наһараимдағы Пеҫор ҡалаһынан Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡарғар өсөн ялланылар.


Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».


Моав батшаһы Сиппор улы Балаҡ Исраилға ҡаршы һуғыш асты һәм Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡәһәрләргә саҡырҙы.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


Башҡалар менән бер рәттән исраилдар Беғорҙың күрәҙәсе улы Билғамды ла ҡылыстан үткәргәйне.


Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. „Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!“ – тине.


Һуңыраҡ улар гүзәл ерҙе кире ҡаҡты, Алланың вәғәҙәһенә ышанманы.


Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Ер бите ҡап-ҡараға әйләнде, саранча боҙ-борсаҡтан имен ҡалған бар үләнде, бар ағас емешен һыпырып ашап бөттө, ағаста япраҡ, бөтә Мысыр ерендә үлән әҫәре ҡалманы.


Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәғавты ла үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр.


Әммә Аллаң Раббы Билғамды тыңларға теләмәне, ҡарғышты фатихаға әүерелдерҙе, сөнки Аллаң Раббы һеҙҙе ярата.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios