Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 21:24 - Изге Яҙма

24 Әммә исраилдар Сихон ғәскәрен еңде һәм Арнон йылғаһынан Яббоҡ йылғаһына, Ғаммон халҡы биләмәләренең сиктәренә тиклемге ерҙәрен тартып алды, ә ғаммондарҙың сиге бик нығытылған ине.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Әммә исраилдар Сихон ғәскәрен еңде һәм Арнон йылғаһынан Яббоҡ йылғаһына, ғаммон халҡы биләмәләренең сиктәренә, тиклемге ерҙәрен тартып алды, ә ғаммондарҙың сиге бик нығытылған ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Әммә исраилдар Сихон ғәскәрен еңде һәм Арнон йылғаһынан Яббоҡ йылғаһына, Ғаммон халҡы биләмәләренең сиктәренә тиклемге ерҙәрен тартып алды, ә ғаммондарҙың сиге бик нығытылған ине.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 21:24
24 Referencias Cruzadas  

Ә Мин Исраил хаҡына Кедрҙай буйсан, имәндәй мәғрур Әмөриҙәрҙе юҡ иттем, Осонан тамырына тиклем тураҡланым.


Һин уларға батшалыҡтарҙы һәм халыҡтарҙы бирҙең, уларҙы сик итеп тәғәйенләнең. Улар Хешбон батшаһы Сихон еренә, Башан батшаһы Ғоғ еренә хужа булды.


Артабан Мин һеҙҙе Иордан аръяғында йәшәгән әмөриҙәрҙең иленә алып килдем. Әмөриҙәр һеҙгә һөжүм итте, ләкин Мин уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙым. Мин уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡырып һалдым, һәм һеҙ уларҙың ерҙәрен биләнегеҙ.


Яҡуп төндә тороп ике ҡатынын, ике йәриәһен, ун бер улын алды ла Яббоҡ йылғаһын кисеп сыҡты.


Шунан улар бер-береһенән: – Исраил ырыуҙарынан Раббы алдына Миспаға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораша башланылар. Шунда Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән һис кем тупламға йыйынға килмәгәне мәғлүм булды,


һәм Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһы – Хешбон батшаһы Сихон һәм Ғаштароҫтағы Башан батшаһы Ғоғ менән нимә ҡылғанын беләбеҙ.


Был урынға килгәс, беҙгә ҡаршы һуғышыр өсөн Хешбон батшаһы Сихон менән Башан батшаһы Ғоғ сыҡты. Беҙ уларҙы ҡыйраттыҡ.


Рәүвән менән Ғад ырыуҙарына Ғилғәдтән Арнон үҙәненә тиклем һуҙылған ерҙәрҙе бирҙем. Бер яҡтан уның сиге Арнон үҙәненең уртаһынан үтә, ә ғаммондар менән сиктәре иһә Яббоҡ йылғаһы ине.


Ул урындан китеп, Арнон йылғаһы аръяғында, әмөриҙәр сигендә, урынлаштылар. Арнон Моав менән әмөриҙәр ере араһындағы сик буйлап аға ине.


Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә идара иткән һәм һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғтың бөтә ерҙәрен бирҙе. Муса был батшаларҙы еңеп, уларҙың ерҙәренә эйә булғайны.


Ғаммон батшаһы Ифтахтың илселәренә: «Исраил халҡы Мысырҙан сығып килгәндә, Арнон йылғаһынан алып Яббоҡ һәм Иордан йылғаларына тиклем минең ерҙәремде алғайны. Уны тыныс юл менән миңә ҡайтарып бир», – тип әйтергә ҡушты.


Был әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон, Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә йәшәгән Башан батшаһы Ғоғ Муса тарафынан еңелгәндән һуң булды.


Раббы әмөриҙәрҙең батшалары Сихон менән Ғоғты һәм уларҙың ерҙәрен нисек юҡ иткән булһа, был ҡәүемдәр менән дә шулай эшләр.


Раббы Исраил халҡына былай тине: – Һеҙҙе мысырҙар, әмөриҙәр, ғаммондар, пелештиҙәр,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios