Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 19:20 - Изге Яҙма

20 Нәжесләнгән әҙәм үҙен таҙарындырмаһа, халыҡ араһынан ҡыуылыр, сөнки ул Раббының Изге торлағын нәжесләне. Уға таҙарыныу һыуы теймәгәс, ул нәжес.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Нәжесләнгән әҙәм үҙен таҙарындырмаһа, халыҡ араһынан ҡыуылыр, сөнки ул Раббының Изге торлағын нәжесләне. Уға таҙарыныу һыуы теймәгәс, ул нәжес.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Нәжесләнгән әҙәм үҙен таҙарындырмаһа, халыҡ араһынан ҡыуылыр, сөнки ул Раббының Изге торлағын нәжесләне. Уға таҙарыныу һыуы теймәгәс, ул нәжес.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 19:20
13 Referencias Cruzadas  

Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмағандар хөкөм ителәсәк.


Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр.


Ә сөннәтләнмәгән ир-егет халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.


Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр – хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен.


Шуға күрә, һөйөклөләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.


Әгәр ерле халыҡ йә килмешәктәр белә тороп яҙыҡ эшкә барһа, ул Раббыны хурлай булыр: ундайҙар халҡы араһынан ҡыуылырға тейеш,


Исраил халҡы араһындағы торлағымды нәжесләп һәләк булмаһындар өсөн, исраилдарҙы нәжестән һаҡлағыҙ.


Әгәр ҙә кейемен йыумаһа һәм йыуынмаһа, ғәйебе өсөн яза аласаҡ.


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Һарун тоҡомонан берәй кеше тире ауырыулы, йәки ағынтылы булһа, таҙарынғанға тиклем изге ризыҡты ашамаһын. Үләкһәгә тейгән өсөн нәжес һаналған берәй нәмәгә ҡағылған, мәнейе аҡҡан,


Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios