Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 18:3 - Изге Яҙма

3 Улар һинең ҡул аҫтыңда сатыр хеҙмәтен башҡарһын, әммә Изге урындың әйберҙәренә лә, ҡорбан усағына ла яҡын килә күрмәһен – харап булырҙар, һеҙҙе лә харап итерҙәр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Улар һинең ҡул аҫтыңда сатыр хеҙмәтен башҡарһын, әммә Изге урындың әйберҙәренә лә, ҡорбан усағына ла яҡын килә күрмәһен – харап булырҙар, һеҙҙе лә харап итерҙәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Улар һинең ҡул аҫтыңда сатыр хеҙмәтен башҡарһын, әммә Изге урындың әйберҙәренә лә, ҡорбан усағына ла яҡын килә күрмәһен – харап булырҙар, һеҙҙе лә харап итерҙәр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 18:3
12 Referencias Cruzadas  

Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.


Изге сатырҙың рамдары менән һайғауҙары, бағаналары, төптәре, бөтә кәрәк-ярағы һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт, шулай уҡ ихатаның бөтә яғындағы бағаналары, төптәре, ҡаҙыҡтары, бауҙары Мерари улдары яуаплылығына тапшырыла.


Килешеү һандығы, өҫтәл, шәмдәл, ҡорбан усаҡтары, ғибәҙәт хеҙмәтендә тотонола торған изге һауыт-һаба, пәрҙә, барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт улар яуаплылығына тапшырыла.


Осрашыу сатыры, уның өҫкө япмалары, инә торған урындағы ҡорма һәм сатыр менән ҡорбан усағын уратҡан ихатаның шаршауҙары, ихатаға инә торған урындағы ҡорма, бауҙар, шулай уҡ барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт Гершон улдары яуаплылығына тапшырылды.


Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен.


Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен.


Улар һиңә ярҙамлашһын, Осрашыу сатырында хеҙмәт итеп, ундағы бөтә эште башҡарһын. Ә сит-яттан берәү ҙә һеҙгә яҡын килмәһен.


Исраил халҡы өлөшөнән һәр илленсе әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бир.


Ҡаһин булараҡ хеҙмәт итер өсөн улар Миңә яҡынлашмаясаҡ, мөҡәддәс әйберҙәремә, иң мөҡәддәс ҡорбандарыма ҡағылмаясаҡ – ҡылған әшәкелектәре өсөн хурлыҡҡа ҡалһындар.


Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios