Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 18:2 - Изге Яҙма

2 Атайың ырыуынан булған ҡәрҙәштәреңде, Леви ырыуын, үҙ яныңа ал. Улар һинең эргәлә булһын, һин улдарың менән Килешеү сатыры алдында хеҙмәт иткәндә улар һиңә ярҙам итһен.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Атайың ырыуынан булған ҡәрҙәштәреңде, Леви ырыуын, үҙ яныңа ал. Улар һинең эргәлә булһын, һин улдарың менән Килешеү сатыры алдында хеҙмәт иткәндә улар һиңә ярҙам итһен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Атайың ырыуынан булған ҡәрҙәштәреңде, Леви ырыуын, үҙ яныңа ал. Улар һинең эргәлә булһын, һин улдарың менән Килешеү сатыры алдында хеҙмәт иткәндә улар һиңә ярҙам итһен.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 18:2
16 Referencias Cruzadas  

Һуңыраҡ тағы ауырға ҡалды, йәнә улы тыуҙы. – Хәҙер инде ирем миңә йәбешеп ятыр, – тине ул, – мин бит уға өс ул табып бирҙем. Улын Леви тип атаны.


Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. –


һәм үҙҙәренең ҡағиҙәләренә, Алла бәндәһе Муса ҡанунына ярашлы, тәғәйен урынды биләйҙәр. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә.


Улар һиңә ярҙамлашһын, Осрашыу сатырында хеҙмәт итеп, ундағы бөтә эште башҡарһын. Ә сит-яттан берәү ҙә һеҙгә яҡын килмәһен.


Муса таяҡтарҙы Килешеү сатырына Раббы ҡаршыһына һалды.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был.


Шунан һуң левиҙәр Һарун менән уның улдары күҙәтеүе аҫтында Осрашыу сатырына үҙ хеҙмәттәрен үтәргә китте. Раббы Мусаға левиҙәр хаҡында нимә бойорһа, шуларҙың барыһын да эшләнеләр.


Левиҙәрҙе исраилдар араһынан алып, Һарун менән уның улдарына тапшырҙым. Левиҙәр исраилдар исеменән Осрашыу сатырында хеҙмәт итергә, исраилдарҙы Изге урынға яҡынлашып бәлә-ҡазаға тарыуҙан һаҡлар өсөн, улар хаҡына пакландырыу йолаһын башҡарырға тейеш.


Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.


Ошолай итеп урынлаштырылған сатырҙың алғы өлөшөнә ҡаһиндар ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен үтәү өсөн даими инә.


Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын.


Раббы Мусаға былай тине:


Улар Изге торлағымда хеҙмәт итәсәк: ҡорамымдың ҡапҡалары төбөндә һаҡсы булырҙар, ҡорамдағы эштәрҙе башҡарырҙар, халыҡ өсөн тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән малдарҙы салырҙар, халыҡтың ҡаршыһында тороп, уларға хеҙмәт күрһәтерҙәр.


Шул саҡта һеҙ аңларһығыҙ: Леви менән төҙөгән килешеү дауам итһен өсөн, һеҙгә шундай әмер бирҙем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios