Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 18:10 - Изге Яҙма

10 Уларҙы иң изге ҡорбан булараҡ ашарһығыҙ. Уны тик ир затынан булғандар ғына ашай ала. Был өлөш һинең өсөн изге булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Уларҙы иң изге ҡорбан булараҡ ашарһығыҙ. Уны тик ир затынан булғандар ғына ашай ала. Был өлөш һинең өсөн изге булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Уларҙы иң изге ҡорбан булараҡ ашарһығыҙ. Уны тик ир затынан булғандар ғына ашай ала. Был өлөш һинең өсөн изге булыр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 18:10
13 Referencias Cruzadas  

Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Уны изге урында ашарға кәрәк, сөнки ул изгеләрҙән-изге.


Ҡаһин нәҫеленән булған һәр ир заты был итте ашай ала. Ул – изгеләрҙән-изге.


Артып ҡалғанын Һарун менән улдары ашар. Уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, сөсө икмәк итеп ашарҙар.


Бындай кеше Алланың ризығы – Уға килтерелгән изгеләрҙән-изге һәм изге саҙаҡаларҙы ашай ала,


Тәкәне гонаһ ҡорбанын һәм тотош яндырыу ҡорбанын салған ерҙә, мөҡәддәс урында һуйһын. Ғәйеп ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны кеүек үк, ҡаһиндыҡы. Был – изгеләрҙән-изге ҡорбан.


– Ни өсөн һеҙ гонаһ ҡорбанын изге бер урында ашаманығыҙ? Ул бит изгеләрҙән-изге, һеҙгә йәмғиәттең ғәйебен йыуып ташлау һәм уларҙы Раббы ҡаршыһында гонаһтарынан паклау өсөн бирелгән.


Уны изге урында ашағыҙ, сөнки был – Раббы өсөн бирелгән ут ҡорбандарынан һинең һәм улдарыңдың өлөшө. Миңә шундай бойороҡ бирелде.


Ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһин уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, ашар.


Һарун нәҫеленән булған һәр ир заты уны ашай ала. Раббы өсөн ут ҡорбандарынан уларға быуындан-быуынға мәңгелек өлөш булыр был. Был өлөшкә ҡағылған һәр нәмә мөҡәддәс һаналыр.


Изгеләрҙән-изге ҡорбандарҙан – яндырылмай торғанынан Миңә тип килтерелгән бөтә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары һинеке. Изгеләрҙән-изге был ҡорбандар – һиңә һәм дә уландарыңа.


Килтерелгән ҡорбан-саҙаҡаларҙан һиңә тағы ла ошолар тейеш: исраилдарҙың бөтә һелкетмә ҡорбандарын Мин мәңгелек өлөш итеп һиңә, һинең улдарыңа, ҡыҙҙарыңа бирәм. Йортоңдағы һәр пак кеше уларҙы ашай ала.


Шунан һуң ул кеше миңә: – Асыҡ урын ҡаршыһындағы төньяҡ һәм көньяҡ бүлмәләр – изге бүлмәләр, – тине. – Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндар ҡорбан итеп килтерелгән иң изге ризыҡтарҙы шунда ашарҙар. Иң изге ҡорбандарҙы: икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандарын – шунда ҡуясаҡтар, сөнки был урын изге.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios