Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 16:33 - Изге Яҙма

33 Бөтә әйберҙәре менән улар тереләй үлеләр донъяһына төштө. Ер ауыҙын япты һәм улар халыҡ араһынан юҡ булды.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

33 Бөтә әйберҙәре менән улар тереләй үлеләр донъяһына төштө. Ер ауыҙын япты һәм улар халыҡ араһынан юҡ булды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

33 Бөтә әйберҙәре менән улар тереләй үлеләр донъяһына төштө. Ер ауыҙын япты һәм улар халыҡ араһынан юҡ булды.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 16:33
19 Referencias Cruzadas  

Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.


Бөтә төньяҡ хакимдары, бөтә Сидон халҡы – унда. Улар, ҡасандыр бөйөк ҡеүәте менән ҡурҡыуға һалып торһа ла, ҡылыс менән үлтерелгәндәр янына төштөләр. Сөннәтһеҙ килеш ҡылыстан үлтерелгәндәр менән бергә мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр янында яталар.


– Эй әҙәм улы, Мысырҙың өйөр-өйөр халҡы өсөн ҡайғырып ила. Уны һәм ҡеүәтле ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙарын үлем соҡорона төшкәндәр менән бергә түбәнге донъяға оҙат.


Әммә һин үлеләр донъяһына, Упҡындың тәрәнлегенә ырғытылдың.


Ер аҫтындағы үлеләр донъяһы: „Хуш киләһең“, – тип, Һине ҡаршыларға ашҡына, эй Бабил батшаһы! Ер йөҙөндә хаким булғандарҙың әруахтарын уятты, Ҡәүемдәргә идара иткән батшаларҙың рухтарын, Тәхеттәренән ҡалҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы.


Юғарынан ҡулыңды һуҙ, мине азат ит, Даръя һыуҙарҙан мине сығарып ал, Яттарҙың ҡулынан ҡотҡар.


Шул саҡ Йәрүсәлимдең ҡапҡаларында Һиңә маҡтау яуҙырайым, Ҡотҡарыуыңа ҡыуанайым.


Ер ауыҙын асты ла уларҙы, ғаиләләрен, Ҡорах яҡлыларҙы һәм бөтә мал-мөлкәтен йотто.


Әйләнә-тирәлә торған бар исраилдар, быларҙың аҡырышҡанын ишетеп: – Ер беҙҙе лә йотоп ҡуймағайы, – тиешеп, ситкә ҡасты.


Ләкин Ҡорахтың улдары үлмәгәйне.


Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.


Йәнемде зиндандан сығар, Мин исемеңә рәхмәт уҡырмын. Һин миңә игелектәр ҡылғанда, Тәҡүәләр әйләнәмә тупланыр.


Сөнки үлеләр донъяһы Һиңә шөкөр итмәҫ, Үлем мәҙхиә йырламаҫ, Ҡәбергә төшкәндәр тоғролоғоңа өмөт бағламаҫ.


Һыу буйында үҫкән һис бер ағас бынан ары ул тиклем юғары күтәрелмәһен, остары болоттарға теймәһен! Һыуға туйған һис бер ағас ундай бейеклеккә ирешмәһен өсөн эшләнде был. Уларҙың барыһы ла, фани бәндәләр менән бергә, үлем соҡорона, түбәнге донъяға дусар ителгән“.


Ишәгең, мине күреп, өс тапҡыр тайшанды, әгәр ул минән тайшанмаһа, һине үлтерер, ә уны тере ҡалдырыр инем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios