Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 16:29 - Изге Яҙма

29 Әгәр улар ҡәҙимге кеше шикелле вафат булһа, тәҡдирҙәре башҡа кешеләрҙеке кеүек булһа, тимәк, мине Раббы ебәрмәгән.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Әгәр улар ҡәҙимге кеше шикелле вафат булһа, тәҡдирҙәре башҡа кешеләрҙеке кеүек булһа, тимәк, мине Раббы ебәрмәгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

29 Әгәр улар ҡәҙимге кеше шикелле вафат булһа, тәҡдирҙәре башҡа кешеләрҙеке кеүек булһа, тимәк, мине Раббы ебәрмәгән.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 16:29
11 Referencias Cruzadas  

Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана. Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ. Ә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар; Гонаһтарыңды фаш итер.


– Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – тине Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәне.


Мин уларҙы бының өсөн язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?


Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?


Сөнки әҙәм балаларының да, хайуандарҙың да тәҡдире бер: тегеләре лә, былары ла үлемгә дусар, тегеләренең дә, быларының да һулышы бер, әҙәм балаһының хайуандан бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгө юҡ, сөнки былар бөтәһе лә – фани.


Тағы ла, Уның асыуы яйлай, Ул енәйәттәргә артыҡ әһәмиәт бирмәй, тиһең.


– Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – ти Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәй.


Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Кем дә булһа уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш.


Киске ҡорбан мәле еткәс, Ильяс усаҡ эргәһенә килеп: – Эй Раббы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы! Үҙеңдең Исраилдағы Алла, минең иһә Һинең ҡолоң булғанымды һәм быларҙың барыһын да Һинең ҡушыуың буйынса эшләгәнемде күрһәт, – тине. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios