Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 16:14 - Изге Яҙма

14 Һин беҙҙе һөт һәм бал ағып ятҡан ергә килтерҙеңме, беҙгә баҫыуҙар һәм йөҙөм баҡсалары бирҙеңме? Кешеләрҙе һуҡыр тип уйлайһыңмы әллә? Бармайбыҙ һинең яныңа!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Һин беҙҙе һөт тә бал аҡҡан ергә килтерҙеңме, беҙгә баҫыуҙар һәм йөҙөм баҡсалары бирҙеңме? Кешеләрҙе һуҡыр тип уйлайһыңмы әллә? Бармайбыҙ һинең яныңа!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Һин беҙҙе һөт һәм бал ағып ятҡан ергә килтерҙеңме, беҙгә баҫыуҙар һәм йөҙөм баҡсалары бирҙеңме? Кешеләрҙе һуҡыр тип уйлайһыңмы әллә? Бармайбыҙ һинең яныңа!

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 16:14
12 Referencias Cruzadas  

Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Әммә ғаммон Нахаш уларға: – Тик бер генә шарт менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы. – Һәр берегеҙҙең уң күҙен соҡоп алам да, бөтә Исраилды мәсхәрәгә ҡалдырам.


Пелештиҙәр, уны тотоп алып, ике күҙен дә соҡоп сығарҙылар. Газаға алып килеп, ике баҡыр сылбыр менән бығауланылар. Ул зинданда тирмән ташы әйләндерҙе.


Нишләп беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтығыҙ ҙа был насар урынға алып килдегеҙ? Ере сәсеүгә ярамай, инжир ҙә, йөҙөм дә, анар емештәре лә үҫмәй, хатта эсәр һыуы ла юҡ!


ә етенсе йылына уны эшкәртмә, ял иттер. Уның емештәрен халҡыңдың ярлылары ашаһын, ҡалғаны менән ҡыр йәнлектәре ризыҡланһын. Йөҙөм ағастары менән зәйтүн ағастарына ҡарата ла шуны эшлә.


Әгәр ҙә берәү, малын ебәреп, кеше баҫыуын йәки йөҙөм баҡсаһын тапатһа, үҙ баҫыуының иң һәйбәт уңышын һәм йөҙөм баҡсаһының иң яҡшы емешен биреп, зыянды ҡаплаһын.


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Алты йыл ереңә орлоҡ сәс һәм уңыш йый,


Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр.


Әгәр Раббы беҙгә ҡарата миһырбанлы булһа, беҙҙе унда индерер, һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе беҙгә бирер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios