Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 15:20 - Изге Яҙма

20 Тәүге ҡамырҙан икмәк бешергәндә көлсәне саҙаҡа итегеҙ, уны ырҙын саҙаҡаһылай итеп бирегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Тәүге ҡамырҙан икмәк бешергәндә көлсәне саҙаҡа итегеҙ, уны ырҙын саҙаҡаһылай итеп бирегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Тәүге ҡамырҙан икмәк бешергәндә көлсәне саҙаҡа итегеҙ, уны ырҙын саҙаҡаһылай итеп бирегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 15:20
21 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҙә Раббыға тәүге уңыштан икмәк саҙаҡаһы килтерәһең икән, ул беренсе башаҡтарҙан булһын. Уларҙы утта ҡыҙҙырып, төйөп алып кил.


Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.


Тәүге уңыштың иң яҡшы емеше һәм башҡа төрлө саҙаҡалар ҙа ҡаһиндарҙыҡы булыр. Тәүге уңышығыҙҙың ононан бешерелгән икмәкте ҡаһинға бирегеҙ, шунда йортоғоҙҙа бәрәкәт артып торор.


Аллабыҙ йортондағы келәттәргә ҡаһиндар өсөн тәүге тарттырылған он, саҙаҡалар, төрлө ағас емештәрен, шарап, зәйтүн майы килтерергә һәм левиҙәргә еребеҙҙең ундан бер өлөшөнөң уңышын бирергә. Левиҙәр ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән бөтә ҡалаларҙа ла уңыштың ундан бер өлөшөн йыясаҡ.


– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәс, унда ураҡ урғанда уңышығыҙҙың тәүге көлтәһен ҡаһинға килтерегеҙ.


Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелтелде – Ул үлгәндәрҙән беренсе булып терелгән!


Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа, ботаҡтары ла изге.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


Баҫыуығыҙҙа өлгөргән уңыштың ундан бер өлөшөн йыл һайын айырып ҡуйығыҙ.


Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм.


Ҡаһин ике бәрәсте тәүге уңыш икмәге менән бергә Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен. Раббы өсөн изге булған был ҡорбандар – ҡаһиндыҡы.


Тәүге ҡамырҙан бешерелгән икмәк саҙаҡаһын быуындан-быуынға Раббыға бирегеҙ.


Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, һыйырҙарығыҙҙың тәүге быҙауын, һарыҡтарығыҙҙың тәүге бәрәсен Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында, Уның хозурында ашағыҙ. Быны һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббынан ҡурҡып, Уны хөрмәтләргә өйрәнеү өсөн эшләгеҙ.


Ашлығың йыйылып һуғылғас, йөҙөм баҡсаңдың уңышы йыйылғас, ете көн буйы Ҡыуыш байрамы үткәр.


Уларҙы Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны итеп килтерә алаһығыҙ, әммә хуш еҫ сығарыр өсөн усаҡҡа һалмағыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios