Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 14:5 - Изге Яҙма

5 Муса менән Һарун йыйылған барлыҡ Исраил йәмғиәте алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Муса менән Һарун йыйылған барлыҡ Исраил йәмғиәте алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Муса менән Һарун йыйылған барлыҡ Исраил йәмғиәте алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 14:5
18 Referencias Cruzadas  

Быны ишетеп, Муса йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.


– Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине. Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Улар халыҡты ҡырған арала, мин япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Йөҙтүбән ергә ҡапландым да: – Эй Раббы Хаким! Йәрүсәлимгә асыуыңды түккәндә Исраилдың иҫән ҡалған барлыҡ халҡын һәләк итерһеңме? – тип ялбарҙым.


Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана.


– Һеҙҙеке лә, дошман да түгел, – тип яуапланы теге кеше. – Мин – Раббы ғәскәренең башлығымын. Бына, килдем. Йушағ уның алдына йөҙтүбән ҡапланып: – Хакимым мин ҡолона нимә әйтер? – тип һораны.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:


Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтә фәрештәләр, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар.


Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табына һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙтүбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазап туҫтағы Мине урап үтһен ине! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


Уның тауышын ишеткәйнем, аңымды юғалтып, йөҙтүбән ергә йығылғанмын.


Ошоларҙың барыһын да күреп торған халыҡ: – Раббы – Алла, Раббы ысын Алла! – тип йөҙтүбән ергә ҡапланды.


– Тор, – тип бойорҙо Раббы Йушағҡа, – ниңә йөҙтүбән ҡапланып ятаһың бында?


Ерҙе ҡарап ҡайтҡандарҙан Нун улы Йушағ менән Йефунне улы Калев, өҫтөндәге кейемдәрен йыртҡыслай-йыртҡыслай,


Муса менән Һарун халыҡ эргәһенән Осрашыу сатырына табан йүнәлде, унда сәждәгә йығылды. Бына шул саҡ алдарында Раббы шөһрәте пәйҙә булды.


Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios