Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 13:33 - Изге Яҙма

33 Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

33 Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

33 Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 13:33
17 Referencias Cruzadas  

Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.


Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.


Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.


Ике бите янып торған күркәм йөҙлө йәш егетте күреп, Голиаҫ уға мыҫҡыллы ҡараш ташланы.


күп һанлы, оҙон буйлы халыҡҡа, Ғанаҡ тоҡомдарына, ҡаршы бараһың. Уларҙы һин беләһең. «Кем ғанаҡтарға ҡаршы тора алыр?» – тигәнде ишеткәнең бар.


Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк.


Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя.


Әүәл унда Ғанаҡ тоҡомдары һымаҡ оҙон буйлы, көслө һәм ишле халыҡ – эмдар йәшәй ине.


Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты,


– Беҙ һин ебәргән ерҙәрҙә йөрөнөк, – тине улар Мусаға, – унда ысынлап та һөт менән бал ағып ята, бына уның емештәре.


Бөтөн йәмғиәт тауыш ҡуптарҙы һәм халыҡ төнө буйы илап сыҡты.


Шул заманда Йушағ барып Хевронда, Девирҙа һәм Ғанавта, Йәһүҙәнең һәм Исраилдың бөтә таулыҡтарында йәшәгән ғанаҡтарҙы тамырынан юҡ итте. Йушағ уларҙы һәм уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса ҡырып һалды.


Шуға күрә лә теге саҡта Раббы әйткән таулы өлкәне һин миңә бир. Ул көндө ғанаҡтарҙың унда йәшәгәнен, нығытылған ҙур ҡалалары барлығын һин үҙең ишеткәйнең. Ләкин Раббы минең яҡлы булһа, мин ул ерҙе баҫып алырмын, – тине.


Калев был ҡаланан Ғанаҡ нәҫеленән өс кешене – Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы ҡыуып сығарҙы.


Был кешене күреү менән, бөтә исраилдар, ҡоттары осоп, унан ҡаса башланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios