Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 13:27 - Изге Яҙма

27 Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 13:27
22 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Сөнки уларҙы, ата-бабаларына ант менән вәғәҙә иткәнсә, һөт һәм бал ағып ятҡан яҡшы ергә алып килгәс, улар ашап-туйып һимерер ҙә, башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә башлар, Мине инҡар итеп, килешеүемде боҙор.


Һөт һәм бал ағып ятҡан шул ергә барығыҙ. Әммә һеҙ – тиҫкәре халыҡ, шуға күрә Үҙем һеҙҙең менән бармайым, юҡһа юл ыңғайында һеҙҙе харап итеүем бар.


Аталарығыҙҙың Аллаһы Раббының һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән илгә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә кергәндән һуң, был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен шул таштарға яҙығыҙ.


Беҙҙе бында алып килде, был һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе бирҙе.


Раббы ата-бабаларығыҙға, уларҙың тоҡомона бирергә ант иткән, һөт менән бал аҡҡан был ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.


Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ.


Әгәр Раббы беҙгә ҡарата миһырбанлы булһа, беҙҙе унда индерер, һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе беҙгә бирер.


Мин сүлдә уларға ҡулымды күтәреп ант иттем: уларҙы иң гүзәл ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып инмәйәсәкмен.


Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.


Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең.


Шулай итһәгеҙ, Мин дә ата-бабаларығыҙға биргән антымды үтәрмен – бөгөн һеҙҙеке булған ерҙе – һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе – һеҙгә бирермен“». – Амин, Раббы, – тинем.


Мысырҙан сыҡҡан саҡта йәше буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр үлеп бөткәнсе, исраилдар ҡырҡ йыл буйы сүл гиҙҙе, сөнки улар Раббы һүҙенән сыҡҡайны. Шуға күрә Раббы уларға: «Ата-бабаларығыҙға һөт менән бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе улдарығыҙға бирермен тип вәғәҙә иткән инем, әммә һеҙ ул ерҙәрҙе бер ҡасан да күрмәйәсәкһегеҙ», – тип ант иткән була.


Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Исраил халҡы йәмғиәтенә былай тине: – Беҙ ҡарап сыҡҡан ерҙәр ифрат яҡшы.


Һин беҙҙе һөт һәм бал ағып ятҡан ергә килтерҙеңме, беҙгә баҫыуҙар һәм йөҙөм баҡсалары бирҙеңме? Кешеләрҙе һуҡыр тип уйлайһыңмы әллә? Бармайбыҙ һинең яныңа!


Улар нығытылған ҡалаларҙы һәм уңдырышлы ерҙәрҙе баҫып алды, һәр төрлө байлыҡ менән тулған йорттарға, ташта уйып яһалған һыу соҡорҙарына, йөҙөм һәм зәйтүн ағасы баҡсаларына, бик күп емеш ағастарына хужа булды. Улар ашап-эсте, туйҙы, һимерҙе һәм Һинең сикһеҙ рәхмәт-мәрхәмәтеңдән ләззәтләнде.


– Һинең беҙҙе һәләк итер өсөн һөт менән бал аҡҡан ерҙән алып сыҡҡаның аҙмы ни? Инде хәҙер өҫтөбөҙҙән хакимлыҡ итергә теләйһең!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios