Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йоил 2:22 - Изге Яҙма

22 Эй ҡыр йәнлектәре, ҡурҡмағыҙ! Далалағы көтөүлектәр йәшелләнер, Ағастар емеш бирер, Инжир менән йөҙөм ишелеп уңыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Эй ҡыр йәнлектәре, ҡурҡмағыҙ! Далалағы көтөүлектәр йәшелләнер. Ағастар емеш бирер, Инжир менән йөҙөм ишелеп уңыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Эй ҡыр йәнлектәре, ҡурҡмағыҙ! Далалағы көтөүлектәр йәшелләнер, Ағастар емеш бирер, Инжир менән йөҙөм ишелеп уңыр.

Ver Capítulo Copiar




Йоил 2:22
25 Referencias Cruzadas  

Именлектә сәсерҙәр, йөҙөмдәре емеш, ерҙәре уңыш бирер, күктән ысыҡ төшөп торор. Быларҙың барыһын да һөргөндән әйләнеп ҡайтҡан халыҡҡа мөлкәт итеп тапшырырмын.


Һыбайлыларҙы башыбыҙ аша үткәрттең; Беҙҙе уттар, һыуҙар аша уҙғарҙың, Ахырҙа иркенгә алып сыҡтың.


Раббы Сионды йыуатыр, Харабаларын тынысландырыр, Уның сүлен Ғедән баҡсаһына әйләндерер, Далаһын Раббы баҡсаһына әүерелдерер. Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр, Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ.


Мөҡәддәс торлағындағы Алла – Етемдәрҙең атаһы, тол ҡатындарҙың яҡлаусыһы.


Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу ҡойоусы ла түгел, ә үҫтереүсе Алла мөһим.


эштәрегеҙ нисек бара ине? Егерме үлсәм иген алам тип келәткә барҙыниһәң – бары ун ғына, илле үлсәм шарап һоҫам тип йөҙөм һыҡҡысҡа барҙыниһәң – унда бары егерме үлсәм генә була торғайны.


– Ә Мин уң ҡулын һулынан айыра белмәгән йөҙ егерме меңдән ашыу кеше менән бик күп мал-тыуар йәшәгән бөйөк Ниневе ҡалаһын нисек йәлләмәйем?


„Ташландыҡ ятҡан был ерҙәр Ғедән баҡсаһындай булды! Харабаға әйләнгән, бушап ҡалған, емерелгән ҡалалар әле нығытылды, унда кешеләр йәшәй башланы“, – тип әйтерҙәр.


Аслыҡ арҡаһында һеҙҙе ҡәүемдәр араһында оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, ағастарҙың емешен, баҫыуҙарҙың уңышын мул итермен.


Ә һеҙ, Исраил тауҙары, сәскә атасаҡһығыҙ һәм халҡым Исраилға емеш бирәсәкһегеҙ, сөнки халҡым Исраил тиҙҙән йортона ҡайтасаҡ.


Ул тоғролоғоңдо таңдай балҡытыр, Ғәҙеллегеңде төшлөктәге ҡояштай итер.


Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һиңә уңышын бирмәҫ. Ер йөҙөндә берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең.


Ҡорамыңа тотош яндырыу ҡорбандары менән инермен, Әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios