Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йоил 2:21 - Изге Яҙма

21 Эй тупраҡ, ҡурҡма, ҡыуан, рәхәтлән, Раббы бөйөк эштәр башҡарҙы!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Эй тупраҡ, ҡурҡма, ҡыуан, рәхәтлән, Раббы бөйөк эштәр башҡарҙы!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Эй тупраҡ, ҡурҡма, ҡыуан, рәхәтлән, Раббы бөйөк эштәр башҡарҙы!

Ver Capítulo Copiar




Йоил 2:21
21 Referencias Cruzadas  

Ҡурҡма, оятҡа ҡалмаҫһың! Тартынма, бүтән хурлыҡ күрмәҫһең. Йәшлегеңдә мәсхәрәләнгәнде оноторһоң, Тол саҡта кисергәндәреңде иҫкә алмаҫһың!


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».


Сүллек менән ҡоро тупраҡ һөйөнөр, Дала шатланыр, нәркәстәй сәскәләнер.


Ә хәҙер баҫығыҙ ҙа Раббы һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа ҡыласаҡ ошо оло мөғжизәне күрегеҙ.


Инде Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә халҡына яҡшылыҡ эшләргә ҡарар иттем. Һеҙ ҡурҡмағыҙ!


Төньяҡтан ябырылған дошманды Һеҙҙән алыҫҡа ҡыуырмын. Уны ҡыуан ерҙәргә, сүллеккә, Алдан килгәнен – көнсығыш диңгеҙгә, Арттағыһын көнбайыш диңгеҙгә быраҡтырырмын. Үләкһәләренән ҡот осҡос һаҫыҡ еҫ таралыр». Ысынлап та Раббы бөйөк эштәр ҡыла!


Тик Раббынан ҡурҡығыҙ, Уға бөтә йөрәктән тоғро хеҙмәт итегеҙ. Уның һеҙҙең өсөн ниндәй бөйөк эштәр башҡарғанын аңлағыҙ!


Үткәндәр, һеҙгә тиклем булған дәүерҙәр, Алла ерҙә кешене яратҡандан алып быға тиклем булған замандар тураһында һораштырығыҙ, күктең бер сигенән икенсе сигенә тиклем эҙләп ҡарағыҙ: ҡасан да булһа ошондай бөйөк ваҡиғаларҙың булғаны йәки шуға оҡшаған эштәрҙең ишетелгәне булдымы икән?


Раббы, Аллабыҙ, уларға яуап ҡайтара инең; Ғәмәлдәренә күрә яза бирһәң дә, Ярлыҡаусы Алла булдың.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Ул көндө Мин яуап ҡайтарырмын, – дип белдерә Раббы, – Мин күккә яуап бирермен, Күк ергә яуап ҡайтарыр.


Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте.


Һөйөнөс менән сығырһығыҙ ҙа Иҫән-аман кире ҡайтырһығыҙ. Тауҙар, үрҙәр алдығыҙҙа ҡыуанышып йырлар, Ҡырҙағы бөтә ағастар алҡышлап торор.


Данлы исеме мәңге мөбәрәк булһын, Бар донъя Уның шөһрәте менән тулһын! Амин! Амин!


Туйғансы рәхәтләнеп ашарһығыҙ, Һеҙҙең өсөн мөғжизәләр ҡылған Аллағыҙ Раббының исемен данларһығыҙ. Халҡым башҡа бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалмаҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios