Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Йоил 2:20 - Изге Яҙма

20 Төньяҡтан ябырылған дошманды Һеҙҙән алыҫҡа ҡыуырмын. Уны ҡыуан ерҙәргә, сүллеккә, Алдан килгәнен – көнсығыш диңгеҙгә, Арттағыһын көнбайыш диңгеҙгә быраҡтырырмын. Үләкһәләренән ҡот осҡос һаҫыҡ еҫ таралыр». Ысынлап та Раббы бөйөк эштәр ҡыла!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Йоил 2:20
15 Referencias Cruzadas  

Ул көн Йәрүсәлимдән йәшәү биргән һыуҙар ағыр. Һыуҙарҙың бер яртыһы көнсығыш диңгеҙгә, икенсе яртыһы көнбайыш диңгеҙгә ағыр. Йәйен-ҡышын шулай булыр.

Мин һеҙгә, ҡасандыр Мысырға ебәргән һымаҡ, үләт ебәрҙем. Һеҙҙең егеттәрегеҙҙе ҡылыс менән ҡырҙым, аттарығыҙҙы дошмандар ҡыуып алып китте. Мин һеҙҙе мәйеттәрҙең һаҫығын еҫкәргә мәжбүр иттем. Тик барыбер һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –

Үлтерелгәндәр күмелмәй ятып ҡалыр, Мәйеттәрҙән һаҫыҡ еҫ таралыр, Тауҙар уларҙың ҡанынан ебеп ағыр.

Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылыр.

Көнсығышта илдең сиге, Хауран менән Дамаск араһынан башланып, Ғилғәд менән Исраил ерҙәре араһында Иордан йылғаһы буйлап барыр. Тоҙло диңгеҙгә, унан Тамар ҡалаһына тиклем етер. Был – көнсығыш сик.

Раббы ҡаршы яҡтан, көнбайыштан бик көслө ел ебәрҙе, саранчаны ҡубарып алып китеп, Ҡамышлы диңгеҙгә батырҙы: бөтә Мысыр ерендә бер саранча ла ҡалманы.

– Мин ҡолоң бер ҡорсаңғы эт кенә бит. Шул тиклем эштәрҙе башҡарырға ҡайҙан ҡулымдан килһен? – тине Хазаил. – Раббы миңә һинең Арам батшаһы буласағыңды белдерҙе, – тип яуап ҡайтарҙы Ильясиғин.

Үлгән тәлмәрйендәрҙе өйөм-өйөм итеп йыйҙылар, ил буйлап һаҫыҡ еҫ таралды.

Бына Раббының биргән өлөшө – балалар, Аналыҡтың емеше – Уның бүләге.

Уңышығыҙ харап булмаһын тип, Йөҙөм ағасы емешһеҙ ҡалмаһын тип, Һеҙҙең хаҡҡа ҡомһоҙ ҡоротҡостарҙы туҡтатам, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios