Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йоил 2:18 - Изге Яҙма

18 Шул заманда Раббы, Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Шул заманда Раббы Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Шул заманда Раббы, Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.

Ver Capítulo Copiar




Йоил 2:18
19 Referencias Cruzadas  

– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Сион өсөн йәнем әсей Минең, шуға күрә уның дошмандарына ҡарата асыуым уғата көслө».


Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Иғлан ит! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: „Йәрүсәлим менән Сион өсөн йәнем әсей, – ти. –


Юғарылағы йортоңдан тауҙарҙы Һин һуғараһың, Эштәреңдең емештәре менән донъя тултыраһың.


Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.


Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек;


Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Сит-яттар диуарҙарыңды төҙөр, Батшалары һиңә хеҙмәт итер. Асыуланғанымда һине язалаһам да, Инде илтифат ҡылып, шәфҡәтемде күрһәтәм.


Бәһлеүәндәй сығыр Раббы, Яугир кеүек ғәйрәтләнер; Ҡысҡырып һуғыш ораны һалыр, Дошмандарына ҡөҙрәтен күрһәтер.


Ҡоштар унда ояларын ҡора, Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк.


Улар сит илаһтарҙан баш тартты һәм Раббыға хеҙмәт итә башланы. Раббы, Исраил халҡының михнәттәрен күреп, бүтәнсә түҙә алманы.


Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ, Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн Дошмандарынан үс алыр, Үҙенең ерен һәм халҡын паклар».


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


Сит илаһтары менән Алланы көнләштерҙе, Ерәнгес ғәмәлдәре менән ярһытты.


Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән, Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ.


Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән, Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios