Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




ІІІ Батшалар 2:3 - Изге Яҙма

3 Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр.

Ver Capítulo Copiar




ІІІ Батшалар 2:3
33 Referencias Cruzadas  

Эшләгән һәр эшегеҙҙә уңыш ҡаҙаныр өсөн был килешеүҙең һәр һүҙен теүәл үтәгеҙ.


Раббы, ҡотҡар йәнемде ялған телдәрҙән, Алдаҡсының ауыҙынан!


Улым Сөләймәнгә Һинең бойороҡ, күрһәтмә һәм ҡағиҙәләреңде теүәл үтәрлек тоғро йөрәк бир. Уға мин әҙерләп ҡуйғандарҙан ҡорам төҙөргә насип ит.


Тотош Исраил өсөн Хорев тауында ҡолом Муса аша биргән ҡанунды, Минең ҡағиҙә һәм ҡарарҙарымды иҫегеҙҙән сығармағыҙ.


Раббы уның менән булғанлыҡтан, һәр эше ыңғай барҙы.


Әммә һеҙ ҡанунды – Раббы ҡоло Муса ҡушҡандарҙы теүәл үтәргә тейешһегеҙ. Һеҙ Аллағыҙ Раббыны яратырға, Уның юлынан йөрөргә, бойороҡтарын үтәргә, Уға тоғро булырға һәм бөтә күңелегеҙ, бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итергә тейешһегеҙ, – тине.


Инде беләм, Раббы Үҙе мәсехләгән батшаны ҡотҡарыр, Уға мөҡәддәс күгенән яуап бирер, Ҡөҙрәтле уң ҡулы менән еңеү бүләк итер.


Раббы һәр саҡ Хизкияһ менән булды, шуға күрә ниндәй эшкә тотонһа ла, ул уңыш ҡаҙанды. Хизкияһ башҡаса Ашшур батшаһына хеҙмәт итергә теләмәйенсә, баш күтәрҙе.


Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы.


Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.


Пелешти башлыҡтары ҡасан һөжүм итһә лә, Дауыт Шаулдың башҡа ярандарына ҡарағанда ҙурыраҡ уңышҡа ирешә ине. Шул арҡала уның исеме дан-шөһрәт ҡаҙанды.


Шаул ҡайҙа ғына ебәрһә лә, Дауыт уңыш ҡаҙанды. Шуға күрә батша уны яугирҙәргә башлыҡ итеп ҡуйҙы. Быны барса халыҡ та, Шаулдың ярандары ла хуш күрҙе.


Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.


Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Муса исраилдарға белдергән күрһәтмәләр, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар ошо. Муса уларҙы исраилдар Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Иордан йылғаһының көнсығыш ярында Бейт-Пеғорға ҡаршы үҙәндә торғанда иғлан итте. Элек бында Хешбонда идара иткән әмөриҙәр батшаһы Сихондың ере ине. Әммә Муса һәм Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандан һуң уны тар-мар итте.


Бөгөн мин һеҙгә биргән был ҡанун һымаҡ ғәҙел ҡағиҙәләре һәм ҡарарҙары булған башҡа берәй бөйөк халыҡ бармы?


Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем.


Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.


Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.


Сөләймән атаһы Дауыттың васыяты буйынса йәшәп, Раббыға һөйөүен раҫланы, табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғына ҡорбан салды, хуш еҫ төтәҫләне.


Уларҙың ерен алдыҡ та, биләмә итеп, Рәүвән менән Ғад ырыуына һәм Менашше ырыуының яртыһына бирҙек.


Ләкин һеҙ Мусаның ҡанун китабында яҙылғандың бөтәһен дә теүәл һаҡларға һәм үтәргә, был ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫҡа тейешһегеҙ.


Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios