Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 9:7 - Изге Яҙма

7 Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде уларҙы тимер һымаҡ иретеп һынаясаҡмын, Бисара халҡымдың гонаһына ҡаршы Шунан башҡа нимә эшләй алам?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде уларҙы тимер һымаҡ иретеп һынаясаҡмын, Бисара халҡымдың гонаһына ҡаршы Шунан башҡа нимә эшләй алам?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде уларҙы тимер һымаҡ иретеп һынаясаҡмын, Бисара халҡымдың гонаһына ҡаршы Шунан башҡа нимә эшләй алам?

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 9:7
22 Referencias Cruzadas  

Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп, Юшҡыныңды һелте менән таҙартҡандай, Бөтә бысрағыңды юҡ итермен.


Ул көмөш иретеп таҙартыусы һымаҡ булыр: Леви улдарын иретеп, Алтын һәм көмөш кеүек таҙартыр. Шунан улар Раббыға тоғролоҡ менән Хәйер-саҙаҡалар бирә башлар.


«Йермеяһ, һине халҡыма һынаусы итеп ҡуям. Көмөштөң сифатын билдәләгән оҫта һымаҡ, Уларҙың тотҡан юлын күҙәтеп баһала.


Бына һине утта иретеп таҙарттым, Ләкин көмөш кеүек түгел, Ә ғазап усағында һынаным.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Һөйөклөләрем! Һынау уты үтергә тура килгәнгә ғәжәпләнмәгеҙ, бында сәйер бер ни ҙә юҡ.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларға әленән-әле илселәрен ебәреп тора, сөнки Ул Үҙ халҡын, Үҙ торлағын бик йәлләй.


– Бик булмаһа, беҙҙең менән ағайым Амнон барһын, – тине Авшалом. – Ниңә ул һинең менән барырға тейеш? – тип һораны батша.


Ғүмерем буйы Һиңә шөкөр ҡылырмын, Исемең менән ялбарып, күккә ҡулымды һонормон.


Баҡ, Исраилды һаҡлаусы Ойоп та китмәҫ, йоҡламаҫ.


Сөнки ҡулдарығыҙ – ҡанға, Бармаҡтарығыҙ ғәйеп ғәмәлдәргә нәжесләнгән. Ауыҙығыҙ ялған һөйләй, Телегеҙҙән алдаҡ түгелә.


Раббы былай ти: «Йәрүсәлим урамдарын ҡыҙырып сығығыҙ, Ҡарағыҙ, тикшерегеҙ! Майҙандарынан эҙләгеҙ: Әгәр ғәҙел эш иткән, Дөрөҫлөк эҙләгән кешене тапһағыҙ, Мин ҡаланы ярлыҡайым.


Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios