Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 8:13 - Изге Яҙма

13 «Мин уларҙың бөтә уңышын тартып алырмын, – тип белдерә Раббы. – Ботағында бөртөк йөҙөм, Инжир ағасында өҙөп алыр емеш ҡалмаҫ; Хатта япраҡтары һулып ҡойолор. Уларға нимә биргәнмен, барыһы ла Ҡулдарынан тартып алынасаҡ».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 «Мин уларҙың бөтөн уңышын тартып алырмын, – тип белдерә Раббы. – Ботағында бөртөк йөҙөм, Инжир ағасында өҙөп алыр емеш ҡалмаҫ; Хатта япраҡтары һулып ҡойолор. Уларға нимә биргәнмен, барыһы ла Ҡулдарынан тартып алынасаҡ».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 «Мин уларҙың бөтә уңышын тартып алырмын, – тип белдерә Раббы. – Ботағында бөртөк йөҙөм, Инжир ағасында өҙөп алыр емеш ҡалмаҫ; Хатта япраҡтары һулып ҡойолор. Уларға нимә биргәнмен, барыһы ла Ҡулдарынан тартып алынасаҡ».

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 8:13
25 Referencias Cruzadas  

Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына барҙы. Япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапмағас: – Бынан һуң бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно.


Йөҙөмдәремде харап иттеләр, Инжир ағасымды кимерҙеләр, Ҡайырыһына тиклем мөнйөп бөттөләр, Бары ҡыу ботаҡтары ағарып ҡалды.


Бындай кеше һыу буйына ултыртылған, Тамырҙарын йылға яғына йәйгән ағасҡа оҡшаш. Ул көндөң эҫелегенән ҡурҡмаҫ, Япраҡтары һәр саҡ йәшел ҡалыр. Ҡоролоҡ йылында хәүеф белмәҫ, Емеш биреүҙән туҡтамаҫ.


Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм бар матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында һүнеп ҡала.


Мин һеҙгә ҡыуан ел, боҙ-борсаҡ ебәрҙем, сәсеүлегегеҙҙе үңәҙ ҡырҙы, хеҙмәт емештәрегеҙҙе харап иттем, ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. –


Ергә, тауҙарға, игенгә, йөҙөмгә һәм зәйтүнгә – Ерҙә үҫкән бөтә нәмәгә; Кешегә һәм мал-тыуарға, Ҡулығыҙҙың барса хеҙмәтенә Мин ҡоролоҡ иғлан иттем».


Инжир сәскә атмаһа ла, Йөҙөм емеш бирмәһә лә, Зәйтүн емеше уңмаһа ла, Баҫыу ашлыҡ бирмәһә лә, Кәртәлә һарыҡ, Аҙбарҙа һыйыр тормаһа ла –


Улар һин үҫтергән уңышты, Икмәгеңде ашап бөтөр; Ул-ҡыҙҙарыңдың башына етер; Мал-тыуарыңды тамаҡлар; Йөҙөм һәм инжиреңде ҡалдырмаҫ; Ышанған нығытмалы ҡалаларығыҙҙы Ҡылысы менән емерер.


Ун пар үгеҙ бер көн һөрә торған баҡсанан Тик бер бат шарап сығасаҡ, Сәселгән бер хомер орлоҡ Бер генә эфа уңыш бирәсәк».


Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


Ул йөҙөм баҡсалары, инжир ағастары хаҡында: „Былар – уйнаштарым түләгән хаҡ“, – тип маҡтана. Баҡсаларын ташландыҡҡа, шырлыҡҡа әйләндерәм; Ҡырағай януарҙарға ем буласаҡтар.


Шуға күрә Раббы ул пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларҙы Мин ебәрмәһәм дә, Минең исемемдән: „Был ерҙә ҡылыс та, аслыҡ та булмаясаҡ“, – тип һөйләгән ул пәйғәмбәрҙәр үҙҙәре ҡылыс менән аслыҡтан үлер.


Шуға күрә өҫтәренә асыуымды түгәсәкмен, ярһыуым менән яндырып юҡ итәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең баштарына төшөрәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким.


Уңышығыҙ харап булмаһын тип, Йөҙөм ағасы емешһеҙ ҡалмаһын тип, Һеҙҙең хаҡҡа ҡомһоҙ ҡоротҡостарҙы туҡтатам, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios