Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 7:18 - Изге Яҙма

18 Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 7:18
28 Referencias Cruzadas  

Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».


Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме?


Һин үҙеңә тиклем булғандарҙың барыһына ҡарағанда ла күберәк яман эштәр ҡылдың. Минән баш тарттың һәм үҙеңә башҡа илаһтар яһап, алтындан ҡойолма илаһтар яһатып, асыуыма тейҙең.


Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йорттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы, Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит!


«Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Боттарығыҙ менән Мине асыуландырып, үҙ башығыҙға бәлә килтерҙегеҙ».


Һине ултыртҡан Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе башыңа бәлә килтерергә ҡарар итте, сөнки Исраил менән Йәһүҙә халҡы золом ҡылды. Бәғелгә хуш еҫ төтәҫләп, Раббыны асыуландырҙы.


Йәрүсәлим сайҡалды, Йәһүҙә ҡоланы, Сөнки һүҙҙәре лә, эштәре лә Раббыға ҡаршы. Уның шөһрәте араларында булғанды һанламанылар.


– Мин һине, саң-туҙандан күтәреп, халҡым Исраилға хаким итеп ҡуйҙым. Ә һин Яровғамдың яман юлын ҡыуҙың, халҡым Исраилды гонаһҡа батырҙың һәм улар үҙҙәренең гонаһтары менән Минең асыуымды ҡабартты.


Ялған илаһтары менән Көнсөллөгөмә тейәләр. Мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Мине асыуландыралар. Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән Мин дә уларҙы көнләштерермен, Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен.


Сит илаһтары менән Алланы көнләштерҙе, Ерәнгес ғәмәлдәре менән ярһытты.


Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.


Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Үҙегеҙ ҙә, ҡатындарығыҙ ҙа, телегеҙ нимә һөйләһә, ҡулығыҙ шуны эшләне. „Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтербеҙ, түкмә ҡорбандар килтерербеҙ тип әйткән нәҙерҙәребеҙҙе мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ“, – тиһегеҙ. Биргән вәғәҙәләрегеҙҙә ныҡ тороғоҙ әйҙә, әйткәндәрегеҙҙе теүәл үтәгеҙ!


Ә һеҙҙе иһә, Раббыны ташлаған, Изге тауымды онотҡан, Бәхет илаһына табын япҡан, Яҙмыш илаһына туҫтаҡлап шарап һонған бәндәләрҙе,


Ул халыҡ, баҡсаларҙа ҡорбан салып, Кирбестәр өҫтөндә хуш еҫ төтәтеп, Күҙ алдымда даими Мине рәнйетә.


Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы?


Бәндәләр нимә генә ҡылһа ла, Мин ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотам, Залимдар юлынан йыраҡ торам.


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында уларҙың ни ҡыланғандарын күрмәйһеңме ни?


Уларҙың балалары ла суҡ япраҡлы ағастар аҫтында, Бейек ҡалҡыулыҡтарҙа, Шулай уҡ илдәге тауҙарҙа ҡоролған Ҡорбан усаҡтарын, Ашераның ҡолғаларын хәстәрләйҙәр. Бөтә биләмәләреңдә эшләгән гонаһтарың өсөн Мөлкәтеңде, бөтә хазиналарыңды, Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарыңды таларға бирермен.


Йәштәр тирмән ташын әйләндерә, Үҫмерҙәр утын йөгө аҫтында иҙелә.


Ул миңә былай тине: – Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр!


Күршеләрең, енси дәрте ташып торған Мысыр улдары менән зина ҡылдың. Үҙеңдең тыйғыһыҙ аҙғынлығың менән Мине ярһыттың.


Шулай итеп, Мин бөтә яуызлыҡтары өсөн Халҡыма хөкөм ойошторам, Сөнки Үҙ халҡым Мине ташланы, Башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, Үҙ ҡулдары яһаған боттарға сәждә ҡылды.


„Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.


Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios