Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 6:8 - Изге Яҙма

8 Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен».

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 6:8
23 Referencias Cruzadas  

Бала табып үҫтерһәләр ҙә, Берәүһен бер иҫән ҡалдырмаҫмын, Уларҙы ташлап киткән сағымда Баштарына ҡайғы килер.


Күҙ алдында уйнаш итеп, оятын асҡас, уның апаһынан күңелем ҡайтҡан кеүек, унан да ваз кистем.


Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар.


Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың, Ниһайәт үҙеңә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным. Шул сағында йәшәгән урының имен булыр, Минең язаларым урап үтер ине. Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ».


Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар.


Эй бөйөк Хаким, ауыҙымды ас, Телем Һиңә маҡтау һүҙҙәре һөйләр.


Юлымдан тайпылғайным, тәүбәгә килдем, Эйе, аңлағас, ҡайғыға ҡалдым. Йәш сағымда ҡылғаным арҡаһында Оятҡа баттым, хур булдым“.


«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


Дошмандары йәш арыҫландай ырылдай, үкерә, Илен бушлыҡҡа әйләндерҙеләр; Ҡалалары яндырылды, Унда йәшәргә кеше ҡалманы.


Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.


Эй батшалар, аҡылға килегеҙ! Эй донъя хакимдары, ғибрәт алығыҙ!


Әгәр аҡылдары булһа, уйлар, Үҙҙәренә ни булырын аңлар ине!“


Һеҙ дошмандарығыҙ ерендә йәшәгәндә, ер ялһыҙ ҡалған йылдары өсөн шәмбе йылдарына кинәнеп ял итер.


Шуның өсөн һин уларға әйт: «Үҙенең Аллаһы Раббыны тыңламаған, Уның өгөт-нәсихәтен тотмаған халыҡ – һеҙ ул! Хәҡиҡәт юҡ булды, ауыҙығыҙҙан хаҡ һүҙ сыҡмаҫ булды».


Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал, ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың.


Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios