Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 6:7 - Изге Яҙма

7 Шишмә һыуы нисек бәреп сыға, Йәрүсәлимдә яуызлыҡ шулай бөркөлә. Унда көсләү, емереү хөкөм һөрә, Гелән күҙ алдымда – сир һәм йәрәхәттәр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шишмәлә һыуы нисек бәреп сыға, Йәрүсәлимдә яуызлыҡ шулай бөркөлә. Унда көсләү, емереү хөкөм һөрә, Гелән күҙ алдымда – сир һәм йәрәхәттәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Шишмә һыуы нисек бәреп сыға, Йәрүсәлимдә яуызлыҡ шулай бөркөлә. Унда көсләү, емереү хөкөм һөрә, Гелән күҙ алдымда – сир һәм йәрәхәттәр.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 6:7
24 Referencias Cruzadas  

Үҙегеҙгә сынйыр әҙерләгеҙ, сөнки ил – ҡанлы енәйәттәр, ҡала яуызлыҡ менән тулды.


Золом яуызлыҡ таяғына әүерелде. Уларҙан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ: бихисап кешеләре лә, байлыҡтары ла, өҫтөнлөктәре лә юҡҡа сығасаҡ.


Ҡасан һөйләй башлаһам да, «Йәбер-золом! Ҡыйралыш!» тип ҡысҡырырға тейешмен. Раббы һүҙе арҡаһында көлкөгә ҡалдым, Көн оҙоно мине мәсхәрә итәләр.


Яуыздар иһә сайҡалған диңгеҙ кеүек. Ул диңгеҙ тын тора алмаҫ, Тулҡындары ләм һәм бысраҡ сығарыр.


Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо; Яланғас ҡая өҫтөнә түкте ҡанды, Туҙан менән булһа ла ҡапланырлыҡ урынға ла түкмәне.


Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.


Улар үргән ауҙан кейем сыҡмаҫ, Ҡулдары туҡығанға төрөнә алмаҫтар. Ҡылған ғәмәлдәре – тик яуызлыҡ, Ҡулдарының эше – йәбер-золом.


Раббы былай ти: «Яраларыңды дауалап булмай, Йәрәхәттәрең ҡот осҡос.


Дәғүәңде берәү ҙә хәстәрләмәй; Йәрәхәтеңә дауа юҡ, Яраларың төҙәлерлек түгел.


Был ҡала төҙөлгән көнөнән алып ошоғаса Мине шул ҡәҙәрле ярһытты һәм ажарландырҙы, шуға күрә уны күҙ алдымдан алып бырғайым.


Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Түбәгеҙҙән табанығыҙғаса Һау урын юҡ: яра, эрен, ҡутыр – Таҙартылмаған, май һөртөлмәгән, бәйләнмәгән.


Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табип юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай?


Ниңә йән әсеһе менән ҡысҡыраһың? Йәрәхәттәреңә дауа булмаҫ! Енәйәтең ауыр, Гонаһтарың күп булғанға күрә Һине шул хәлгә төшөрҙөм.


Һинең туралағы күренмештәр ялған, Күрәҙәлектәр алдатҡыс. Үлемдәре килгән яуыздарҙың Муйындарына инерһең, ҡылыс! Уларҙың һәләкәт көнө яҡынлашты, Язаланыр көнө килде.


Фетнәсел, боҙоҡ, залим ҡалаға ҡайғы!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios