Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 6:5 - Изге Яҙма

5 «Әйҙәгеҙ, төндә һөжүм итәйек, Ҡәлғәләрен емерәйек!»

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 «Әйҙәгеҙ, төндә һөжүм итәйек, Ҡәлғәләрен емерәйек!»

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 «Әйҙәгеҙ, төндә һөжүм итәйек, Ҡәлғәләрен емерәйек!»

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 6:5
12 Referencias Cruzadas  

Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы – яндырып бөтөрҙө.


Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк.


Эй Ливан, ҡапҡаларыңды ас, Ут кедр ағастарыңды ялмап йотһон!


Мин Йәһүҙәгә ут төртәм, Йәрүсәлим ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор».


Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


«Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй, Һарайҙарыбыҙға бәреп керә, Урамдарҙа – балаларыбыҙҙы, Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте».


Затлылар ҙа, ябайҙар ҙа, Байҙар менән ярлылар ҙа!


Алла ҡорамын яндыралар, Йәрүсәлим диуарҙарын емерәләр, бөтә затлы һарайҙарҙы үртәйҙәр, затлы әйберҙәрен ваталар.


Ғовадъяһҡа иңдерелгән күренмеш. Раббы Хакимдың Эдом тураһында әйткәне. Раббынан бер хәбәр ишеттек беҙ: «Ҡуҙғалығыҙ, Эдомға һуғыш башлайыҡ!» Быны иғлан итер өсөн, Ҡәүемдәр араһына илсеһен ебәргән.


Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios