Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 5:21 - Изге Яҙма

21 «Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

21 «Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 «Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 5:21
26 Referencias Cruzadas  

– Эй әҙәм улы, һин фетнәсел халыҡ араһында йәшәйһең. Уларҙың күрер өсөн күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр; ишетер өсөн ҡолаҡтары бар, әммә ишетмәйҙәр. Сөнки улар – фетнәсел халыҡ.


«Был халыҡ янына бар ҙа әйт: Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла бөгөнгә тиклем уларҙың рухын йоҡлатты, күҙҙәре булһа ла, күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла, ишетмәй торған итте».


«Күҙҙәре менән күрмәһендәр, йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни:


Ә бит хатта күктәге ҡауҙы ла үҙ миҙгелен белә, Алатуба ла, ҡарлуғас та, торна ла Ваҡыт еткәс кенә ҡайта. Ә Минең халҡым үҙ Раббыһының Ҡанун-ҡағиҙәләрен белмәй.


Шунда мин эстән уйланым: «Былары – ярлы, наҙан кешеләр. Улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белмәй.


Был кешеләр белмәй, аңламайҙар, Сөнки күҙҙәре лә, зиһендәре лә томаланған – Күрмәйҙәр, фекер йөрөтә белмәйҙәр.


Тиҫкәре булмағыҙ Меривалағылай, Теге заман сүлдә, Массалағы, һымаҡ.


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Был нимә? Ахмаҡтың ҡулында аҡса бар ҙа, аҡыл һатып алырға башы юҡ.


Раббыға яуабығыҙ шулаймы, Эй аҡылһыҙ, мәғәнәһеҙ халыҡ? Һеҙҙе яратҡан Атайың түгелме Ул? Һине бар ҡылған, нығытҡан Ул түгелме?


Әммә бөгөнгө көнгә тиклем Раббы һеҙгә аңлар өсөн аҡыл, күрер өсөн күҙ, ишетер өсөн ҡолаҡ бирмәгәйне.


Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып, Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә.


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡеүәте һәм илаһилығы – донъя яратылғандан алып Ул бар иткән нәмәләр аша асыҡ аңлашыла һәм күренә. Шулай булғас, ул кешеләрҙең аҡланырға нигеҙе юҡ.


Күҙҙәре булһа ла һуҡыр, Ҡолаҡтары булһа ла һаңғырау, халыҡты килтер!


Быны Яҡуп йортонда һөйләгеҙ, Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ:


Кемгә өндәшәйем? Кемде иҫкәртәйем? Кем әйткәндәремде тыңлар? Уларҙың ҡолаҡтары ҡапланған – бер нәмә лә ишетмәйҙәр; Раббының һүҙен хурлайҙар, Уның менән хушһынмайҙар.


Әммә улар тыңларға теләмәне, Раббыға һырттарын ҡуйҙы, ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡапланы,


Бөйөк һәм ауыр һынауҙарҙы, ғәжәйеп хикмәттәрҙе һәм мөғжизәләрҙе үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ.


Һеҙ уларҙың яуызлыҡтарын ҡабатлаған саҡта, – тип белдерә Раббы, – Мин һеҙгә ҡайта-ҡайта әйттем – ишетмәнегеҙ, саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios