Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 5:13 - Изге Яҙма

13 Пәйғәмбәрҙәр – тик ел генә; Алланың һүҙе уларҙа түгел. Юрағандары үҙ баштарына төшһөн», – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Пәйғәмбәрҙәр – тик ел генә; Алланың һүҙе уларҙа түгел. Юрағандары үҙ баштарына төшһөн», – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Пәйғәмбәрҙәр – тик ел генә; Алланың һүҙе уларҙа түгел. Юрағандары үҙ баштарына төшһөн», – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 5:13
13 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә Раббы ул пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларҙы Мин ебәрмәһәм дә, Минең исемемдән: „Был ерҙә ҡылыс та, аслыҡ та булмаясаҡ“, – тип һөйләгән ул пәйғәмбәрҙәр үҙҙәре ҡылыс менән аслыҡтан үлер.


Шунда мин Уға: – Эй Раббы Хаким! Пәйғәмбәрҙәр был халыҡҡа: «Ҡылыс йөҙө күрмәҫһегеҙ, аслыҡ кисермәҫһегеҙ, сөнки был төйәктә һеҙгә ышаныслы тыныслыҡ бирәм», – тип вәғәҙә биреүең хаҡында һөйләйҙәр бит, – тинем.


«Тағы күпме шулай һөйләнерһең? Һүҙҙәрең – ярһыу ел һымаҡ!


Ҡоһор көнө етте, Яза көнө килде – Белһен шуны Исраил! Ғәйебеңдең сикһеҙ күплеге, Дошманлығыңдың ҙурлығы арҡаһында, Пәйғәмбәрҙе – ахмаҡ, Рухлы әҙәмде диуана тип һанайһың.


Бабил батшаһы Навуходоносор Раббы йортонан Бабилға алып киткән бөтә әйберҙәрҙе Мин ике йыл эсендә кире был урынға ҡайтарам.


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Нишләп һеҙ һүҙҙәремә бәйләнәһегеҙ? Өмөтө өҙөлгәндең әйткәнен Иҫкән елгә тиңләйһегеҙ?


Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Бүләк бирмәһә лә, бирҙем тип маҡтанған әҙәм ямғырһыҙ болот һәм ел кеүек.


Ҡара, һәммәһе лә бер ни түгел, Улар бер нәмә лә эшләй алмай. Кешеләрҙең яһаған боттары Ел һымаҡ, төптө буш ҡыуыҡ».


Көтөүселәреңде елдәр алып китер, Уйнаштарың әсирлеккә ҡыуылыр; Ә һин ҡәбәхәт эштәрең арҡаһында Мәсхәрәгә ҡалып хур булырһың.


Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios