Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 5:12 - Изге Яҙма

12 Улар Раббы тураһында ялған һөйләнеләр. «Ул бер нәмә лә эшләмәйәсәк, Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк, Һуғышты ла, аслыҡты ла белмәйәсәкбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Улар Раббы тураһында ялған һөйләнеләр. «Ул бер нимә лә эшләмәйәсәк, Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк, Һуғышты ла, аслыҡты ла белмәйәсәкбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Улар Раббы тураһында ялған һөйләнеләр. «Ул бер нәмә лә эшләмәйәсәк, Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк, Һуғышты ла, аслыҡты ла белмәйәсәкбеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 5:12
25 Referencias Cruzadas  

Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай.


Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ.


Был килешеү һүҙҙәрен ишетеп берәйһе күңеленән маһайып: «Үҙемдең тиҫкәрелегемә таянып йәшәһәм дә, иҫән-аман булырмын», – тимәһен. Юғиһә был һуғарыулы ерҙе лә, ҡоро тупраҡты ла һәләкәткә килтерер.


Алла Улына инанған кешенең үҙендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған.


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».


Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә ашыр тип көтәләрме?


Бынан тыш Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Бабилға һөргөнгә ҡыуылған бөтә Йәһүҙә кешеләрен кире ҡайтарам, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһының ҡалыбын һындырып ташлайым».


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Шунда мин: – Эй Раббы Хаким! Был халыҡты һәм Йәрүсәлимде: «Һеҙгә тыныслыҡ булыр», – тип алданыңмы ни? Ҡылыс боғаҙыбыҙға терәлде бит, – тинем.


Ул залимдар өҫтөнә утлы ҡуҙ, көкөрт яуҙырыр; Көйҙөргөс ялҡынлы ел – Уларҙың яҙмыш туҫтағына өлөш шул булыр.


Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын, «Раббы кем ул?» – тип әйтермен, йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын, Аллам исеменә тап төшөрөрмөн.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Йермеяһ Аллалары Раббының әйткәндәрен, уның уҙе аша белгерткән һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа һөйләп биргәс,


Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, сатырыңда ҡунаҡ булырға кем һуң лайыҡ? Мөҡәддәс тауыңда йәшәргә кемдең хаҡы бар?


Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.


„Именлек, именлек“, – тиҙәр, Халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios