Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 5:10 - Изге Яҙма

10 Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 5:10
24 Referencias Cruzadas  

Раббы былай ти: «Бөтә ил бушлыҡҡа әйләнер, Әммә бөтөнләй юҡ булыуына юл ҡуймам!


Батша, ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән.


Был юлы Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Ғамми тип исем ҡуш, сөнки һеҙ Минең халҡым түгел, Мин дә һеҙҙең Аллағыҙ түгелмен, – тине.


Халдейҙар батша һарайын һәм халыҡтың йорттарын яндырҙы, Йәрүсәлимдең диуарҙарын емерҙе.


Раббы Хаким Үҙ ҡарашын Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте: «Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм, Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. – Раббы шулай тип белдерә. –


Йәки Мин был илгә ҡылыс ебәрһәм һәм: «Ҡылыс, ил буйлап үт!» – тип бойорһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ҡыра башлаһам,


Ҡылған бөтә ерәнгес эштәре тураһында башҡа халыҡтар араһында һөргөндә булғанда үҙҙәре һөйләһендәр өсөн уларҙың бер аҙын ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан алып ҡалырмын. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер.


Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен».


Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Әммә хатта ул көндәрҙә лә Мин һеҙҙе бөтөнләй ҡырып бөтөрмәм, – тип белдерә Раббы. –


Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.


Мин уларҙы бының өсөн язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?


Исраилдың һәм Йәһүҙәнең халҡы Миңә бөтөнләй хыянат итте», – тип белдерә Раббы.


Шишаҡ, Йәһүҙәнең нығытылған ҡалаларын ҡулға төшөргәс, Йәрүсәлимгә юл тота.


Мин һине иң тос орлоҡтан Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios