Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 48:2 - Изге Яҙма

2 Моавтың даны һүнде. Хешбонда уға ҡаршы яуызлыҡ ҡылырға ниәт ҡоралар: „Әйҙәгеҙ, уны ҡәүемдәр араһынан юҡ итәйек“, – тиҙәр. Эй Мадмен, һин дә тын ҡалырһың, Артыңдан ҡылыс эҙәрләп килә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Моавтың даны һүнде. Хешбонда уға ҡаршы яуызлыҡ ҡылырға ниәт ҡоралар: „Әйҙәгеҙ, уны ҡәүемдәр араһынан юҡ итәйек“, – тиҙәр. Эй Мадмен, һин дә тын ҡалырһың, Артыңдан ҡылыс эҙәрләп килә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Моавтың даны һүнде. Хешбонда уға ҡаршы яуызлыҡ ҡылырға ниәт ҡоралар: „Әйҙәгеҙ, уны ҡәүемдәр араһынан юҡ итәйек“, – тиҙәр. Эй Мадмен, һин дә тын ҡалырһың, Артыңдан ҡылыс эҙәрләп килә.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 48:2
20 Referencias Cruzadas  

«Әгәр тәбиғәттәге был тәртип боҙолһа, – тип белдерә Раббы, – Бары шунда ғына Исраил тоҡомо мәңгелеккә Минең ҡәүемем булыуҙан туҡтар».


Әле иһә Раббы былай ти: – Теп-теүәл өс йылдан Моавтың дан-шөһрәте хурлыҡҡа әйләнәсәк. Ни тиклем күп һанлы булмаһындар, бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр һәм улар көсһөҙ булыр.


Рәүвән улдары Хешбон, Әлғәле, Ҡиръяҫаим,


Үкһе, Хешбон! Ғай ҡалаһы емерелде! Илағыҙ, эй Рабба ҡыҙҙары, ҡыл туҡымаға уранып, Һыҡтап, диуарҙар араһында йүгерекләгеҙ! Сөнки илаһығыҙ Милком һөргөнгә оҙатыласаҡ, Уның ҡаһиндары һәм түрәләр әсирлеккә алып кителәсәк.


Хешбондың күләгәһендә Хәле бөтөп туҡтаны ҡасҡындар; Әммә Хешбондан – ут, Сихон араһынан ялҡын сыҡты; Моавтың сикәһен, Башбаштаҡ кешеләрҙең түбәһен ялмар.


Моав халыҡтар араһынан юҡ ителер, Сөнки ул Раббы алдында эреләнде.


Эргә-тирәһендә йәшәгәндәр, Уның исемен белгәндәр, бөтәгеҙ ҙә ҡайғырығыҙ. Әйтегеҙ: „Аһ! Ҡөҙрәт таяғы, шөһрәт билдәһе һынды!“»


Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен».


– Был кешеләрҙең: «Раббы элек Үҙе һайлап алған ике ырыуҙы – Исраил менән Йәһүҙәне – кире ҡаҡты», – тип һөйләгәнен ишетмәйһеңме ни? Шунлыҡтан улар халҡымды кәмһетәләр, уны халыҡҡа ла һанамайҙар.


Мин Раббы ҡулынан туҫтаҡты алдым да Ул мине ебәргән бөтә ҡәүемдәргә эсерҙем:


Исраил Аллаһы Раббы миңә былай тине: – Ҡулымдағы ярһыуым шарабы менән тулы туҫтаҡты ал, һине ниндәй ҡәүемдәргә ебәрһәм, шуларҙың бөтәһенә лә эсер.


Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.


Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр.


Моав тураһында әүлиәлек. Моавтың Ғар ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды; Моавтың Ҡир ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды.


Дошмандарының алдында, Йәндәрен көҫәгәндәрҙең ҡаршыһында Ғеламды ҡурҡыуға һалам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙың баштарына афәт, Ялҡынлы асыуымды күндерәм. Уларҙы тамам ҡырып бөткәнгә тиклем, Арттарынан ҡылыс ебәрәм.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios