Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 48:12 - Изге Яҙма

12 Әммә уны һауыттан һауытҡа түгер кешеләрҙе ебәрер көндәрем килә, – тип белдерә Раббы. – Уны түгеп, һауыттарын бушатырҙар, көршәктәрен ватырҙар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Әммә уны һауыттан һауытҡа түгер кешеләрҙе ебәрер көндәрем килә, – тип белдерә Раббы. – Уны түгеп һауыттарын бушатырҙар, көршәктәрен ватырҙар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Әммә уны һауыттан һауытҡа түгер кешеләрҙе ебәрер көндәрем килә, – тип белдерә Раббы. – Уны түгеп, һауыттарын бушатырҙар, көршәктәрен ватырҙар.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 48:12
14 Referencias Cruzadas  

Сөнки Раббы Яҡуп нәҫеленең бөйөклөгөн, Исраилдың әүәлге бөйөклөгөн кире ҡайтарыр, Дошмандары уларҙы тапап, Йөҙөм баҡсаларын харап итһәләр ҙә.


Моавтың өй баштарында, Майҙандарында күмәкләп илашалар. «Моавты кәрәкһеҙ бер һауыт кеүек ваттым», – тип белдерә Раббы.


Селпәрәмә ярылған балсыҡ сүлмәктән – ярсык, Усаҡтан – ҡуҙ, Быуанан һыу һоҫоп алырҙай киҫәк ҡалмаған һымаҡ, Был диуар ҙа шулай онталыр».


Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».


Моав иле емереләсәк, Ҡалаларына һөжүм итәсәктәр. Аҫыл егеттәре салынасаҡ, – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша. –


«Моав йәш сағынан һил йәшәне, Шарап төпрәһеләй тондо, Бер һауыттан икенсеһенә ҡойолманы – Һөргөнгә оҙатылманы; Шуға тәме боҙолманы, хуш еҫе үҙгәрмәне.


Раббы әйтмешләй, Емереүселәр һәр ҡалаға килер, Бер ҡала ла ҡотолоп ҡала алмаҫ. Үҙәнлек һәләк булыр, Тигеҙлек бушап ҡалыр.


Илағыҙ, көтөүселәр, һыҡтағыҙ! Туҙанға ятып аунағыҙ, эй көтөү башлыҡтары! Һеҙҙе салыу көнө килеп етте! Мәйеттәрегеҙ ерҙә туҙрап ятыр, Селпәрәмә килгән затлы һауыттай булыр.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Ошоларҙы әйткәндән һуң, үҙең менән килгән кешеләрҙең күҙ алдында көршәкте ват та


Затлылар хеҙмәтселәрен һыуға ебәрә; Улары һыу һаҡлағыс соҡорға бара – унда һыу юҡ. Буш һауыттарын тотоп кире ҡайталар – Сараһыҙлыҡтан аптырап, баштарын ҡаплайҙар.


Арнон йылғаһы кисеүҙәрендә Моав ҡыҙҙары ояһынан алып ырғытылған, Асырғанып осҡан ҡошҡа оҡшаш.


Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios