Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 44:2 - Изге Яҙма

2 – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларына ебәргән бөтә һәләкәттәрҙе күрҙегеҙ. Ана, улар хәҙер емерелеп ята, уларҙа бер кем дә йәшәмәй.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларына ебәргән бөтә һәләкәттәрҙе күрҙегеҙ. Ана улар хәҙер емерелеп ята, уларҙа бер кем дә йәшәмәй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларына ебәргән бөтә һәләкәттәрҙе күрҙегеҙ. Ана, улар хәҙер емерелеп ята, уларҙа бер кем дә йәшәмәй.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 44:2
25 Referencias Cruzadas  

Бына, Мин, бойороҡ биреп, уларҙы был ҡалаға кире килтерәм, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡалаға һөжүм итер, баҫып алыр, ут төртөр. Йәһүҙә ҡалаларын бер кем дә йәшәмәгән бушлыҡҡа әйләндерәм“».


«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Мин һораным: – Эй бөйөк Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


Бушап ҡалды Сион тауы, Унда хәҙер тик төлкөләр гиҙә.


Шуларҙы уйлап илайым, Күҙҙәремдән, күҙҙәремдән минең Туҡтауһыҙ ҡан-йәшем аға; Рухымды тергеҙер йыуатыусым алыҫ. Балаларым ташландыҡ ҡалды, Сөнки дошман өҫтөнлөккә сыҡты».


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.


Бөтә был ер бушлыҡ һәм дәһшәткә әйләнер. Был ҡәүемдәр етмеш йыл буйы Бабил батшаһына хеҙмәт итер.


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.


Ҡала тотош бушап ҡалған, Ҡапҡалары емерелгән.


Самария менән Ахав нәҫелен нисек язалаһам, Йәрүсәлимде лә шулай язалайым. Нисек һауытты һөртөп, түңкәреп ҡуялар, Мин дә тап шулай итеп Йәрүсәлимде һөртөп, түңкәреп ҡуясаҡмын.


Аллағыҙ Раббының һеҙҙең хаҡҡа барлыҡ был ҡәүемдәр менән ни эшләгәнен күрҙегеҙ. Һеҙҙең өсөн Аллағыҙ Раббы Үҙе һуғышты!


Муса Исраил халҡын бергә йыйҙы ла уларға былай тине: – Раббының Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа фирғәүенгә, уның бөтә ҡолдарына һәм бөтә иленә нимәләр ҡылғанын күрҙегеҙ.


Ә улар тарафынан ташлап ҡалдырылған ер буш ятҡан саҡта үҙенең элек булмаған шәмбе йылдары өсөн ял итеп рәхәтләнер. Улар иһә ҡағиҙәләремде һанға һуҡмаған, күңелдәре күрһәтмәләремде инҡар иткәндең әжерен алырҙар.


«Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ.


Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм.


Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.


Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле.


Был яуыз нәҫелдең иҫән ҡалғандары Мин уларҙы һөргән ерҙәрҙә үлемде йәшәүҙән артыҡ күрерҙәр, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios