Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Йермеяһ 42:6 - Изге Яҙма

6 Беҙ һине Аллабыҙ Раббыға күндерәбеҙ һәм Уның әйткәндәрен, беҙҙең өсөн яҡшы буламы ул, насар буламы, тайпылышһыҙ үтәрбеҙ. Сөнки Аллабыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһаҡ, беҙҙең өсөн барыһы ла һәйбәт булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Беҙ һине Аллабыҙ Раббыға күндерәбеҙ һәм Уның әйткәндәрен, беҙҙең өсөн яҡшы буламы ул, насар буламы, тайпылышһыҙ үтәрбеҙ. Сөнки Аллабыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһаҡ, беҙҙең өсөн барыһы ла һәйбәт булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

Йермеяһ 42:6
16 Referencias Cruzadas  

Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.

Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.

сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.

Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.

Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ, гонаһ булып танылһын өсөн, яҡшы нәмә арҡылы миңә үлем килтерҙе. Тимәк, бойороҡ арҡаһында гонаһтың ни тиклем яман икәнлеге күренде.

Инде нимә тип әйтәйек? Ҡанун үҙе гонаһмы ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә ҡанун булмаһа, мин гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Көҫәмә!» тигән тыйыу булмаһа, көҫәүҙең нимә икәнлеген дә белмәҫ инем.

Тәҡүә кешегә яҡшылыҡ күрәсәген һөйләгеҙ, Сөнки ул ҡылған ғәмәлдәренең емешен татыр.

Эйе, йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, Әммә еңә алманылар.

– Беҙ үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Уны тыңлаясаҡбыҙ, – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа.

Шунан халыҡҡа Килешеү китабына яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе. Барыһы ла: – Беҙ Раббы һүҙенән сыҡмабыҙ, Уға буйһонорбоҙ, – тип ышандырҙы.

Һин Аллабыҙ Раббының янына барып Уның һөйләгәнен тыңла ла беҙгә еткер. Беҙ иһә тыңларбыҙ ҙа үтәрбеҙ».

Кедрҙы мул тотонғандан ғына Үҙеңде шәп батша булдым тип уйлайһыңмы? Ана, атайың туйғансы ашап-эсте, Әммә ғәҙеллек һәм дөрөҫлөккә таянды, Шуға күрә уның эше ыңғай барҙы.

Шулай итеп, Ҡареах улы Йоханан, бөтә хәрби түрәләр һәм халыҡ Раббының Йәһүҙәлә ҡалырға бойороуын тыңламаны.

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios