Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 41:1 - Изге Яҙма

1 Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһ янына килде. Исмәғил, батша нәҫеленән булып, батшаның түрәләренән ине. Шунда бергәләшеп ашап ултырғанда

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһ янына килде. Исмәғил батша нәҫеленән булып, батшаның түрәләренән ине. Шунда бергәләшеп ашап ултырғанда

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһ янына килде. Исмәғил, батша нәҫеленән булып, батшаның түрәләренән ине. Шунда бергәләшеп ашап ултырғанда

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 41:1
25 Referencias Cruzadas  

Миспаға Гедалъяһҡа килделәр. Улар – Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улдары Йоханан менән Йонаҫан, Танхумәҫ улы Сераяһ, Нетофанан Ғефайҙың улдары, атаһы Мағаханан булған Язанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән ине.


Йермеяһ Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барҙы һәм уның янында илдә ҡалған халыҡ араһында йәшәй башланы.


Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.


Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.


Шунан батша тоҡомонан булған берәүҙе алып, уның менән килешеү төҙөнө һәм ант иттерҙе. Илдең арҙаҡлы кешеләрен дә тотҡонға алды.


Түрәләр, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһендә ҡалдырҙылар, үҙҙәре батша ихатаһына, батшаға барып, бөтә был һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙеләр.


батша һарайына, батша кәтибенең бүлмәһенә йүнәлде. Унда батша кәтибе Әлишамағ, Шемағъяһ улы Делаяһ, Ғахбор улы Әлнаҫан, Шафан улы Гемаръяһ, Хананъяһ улы Сидкияһ һәм башҡа түрәләр ултыра ине.


Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр?


Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға, кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя.


Раббы Хаким – һинең уң яғыңда; Яза көнөндә Ул батшаларҙы ҡырыр,


Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, Йәһүҙә батшаһы нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға керешә.


Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында батша нәҫеленән булған Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән килеп Гедалъяһты үлтерҙе. Уның менән бергә Миспала булған йәһүҙиҙәрҙе һәм халдейҙарҙы ла ҡылыстан үткәрҙе.


Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, батша нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға кереште.


Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.


кеше ебәреп, Йермеяһты һаҡсылар ихатаһынан килтерттеләр. Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһҡа уны өйөнә оҙатып ҡуйырға ҡуштылар. Шулай итеп, Йермеяһ халыҡ араһында ҡалды.


Әгәр ҙә ҡалһаң, Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһҡа ҡайт һәм уның янында халыҡ араһында йәшә. Бабил батшаһы уны Йәһүҙә ҡалаларына идарасы итеп ҡуйҙы. Йәки ҡайҙа теләйһең, шунда кит, – тине. Нөгәрҙәр башлығы Йермеяһҡа аҙыҡ-түлек һәм бүләктәр биреп ебәрҙе.


Ул арала Ҡареах улы Йоханан һәм ҡырҙа булған хәрби түрәләр ҙә Миспаға Гедалъяһ янына килеп:


Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәлә ҡалған халыҡҡа башлыҡ итеп Шафандың ейәне, Ахиҡамдың улы Гедалъяһты тәғәйенләне.


Кешеләре менән ҡырҙа ҡасып ятҡан хәрби түрәләр, Бабил батшаһының Ахиҡам улы Гедалъяһты илгә идарасы итеп ҡуйыуы, Бабилға оҙатылмаған ярлы-ябаға ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы уның ҡарамағына тапшырыуы тураһында ишеткәс,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios