Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 40:1 - Изге Яҙма

1 Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йермеяһты Рамала азат иткәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Невузарадан уны Бабилға һөргөнгә ҡыуылған Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә әсирҙәре араһында бығауланған килеш барған сағында табып алғайны.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йермеяһты Рамала азат иткәндән һуң Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Невузарадан уны Бабилға һөргөнгә ҡыуылған Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә әсирҙәре араһында бығауланған килеш барған сағында табып алғайны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йермеяһты Рамала азат иткәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Невузарадан уны Бабилға һөргөнгә ҡыуылған Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә әсирҙәре араһында бығауланған килеш барған сағында табып алғайны.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 40:1
14 Referencias Cruzadas  

Доғаларығыҙҙа минең тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына вәкил булып, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде».


Ғивғон, Рама, Беероҫ,


Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был сынйырҙарҙы Исраил бағлаған өмөт хаҡына йөрөтәм, – тине Паулус.


Эй Аллам, иҫәрлегемде Һин беләһең; Ғәйептәрем дә Һинән йәшерен түгел.


Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.


Ҡалала тере ҡалған халыҡты, халдейҙар яғына сыҡҡан кешеләрҙе – иҫән ҡалған барыһын да нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, әсиргә алып, Бабилға алып китте.


Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, унынсы айҙың бишенсе көнөндә Йәрүсәлимдән ҡасып ҡотолған берәү миңә килеп: «Ҡала тар-мар ителде!» – тине.


Аса хакимлығының утыҙ алтынсы йылында Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотона.


Ун көн үткәс, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios