Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 4:6 - Изге Яҙма

6 Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 4:6
19 Referencias Cruzadas  

«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Ер йөҙөндә байраҡ күтәрегеҙ, Ҡәүемдәр араһында борғо ҡысҡыртығыҙ; Әҙерләгеҙ халыҡтарҙы, Арарат, Минни, Ашкеназ батшалыҡтарын Бабилға ҡаршы туплағыҙ. Башлыҡ тәғәйенләгеҙ ғәскәргә, Өҫтөнә саранча тубы кеүек аттар ебәрегеҙ.


Бабил диуарҙары ҡаршыһында Байраҡ күтәрегеҙ! Һаҡсыларҙың һанын күбәйтегеҙ, Ҡарауылсылар ҡуйығыҙ, боҫҡон ҡороғоҙ! Сөнки Раббы Үҙенең ниәтен – Бабил халҡына ҡаршы әйткәнен бойомға ашырыр.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Раббы былай ти: «Ана, төньяҡ илдән халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем күтәрелә ер сигенән.


«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.


Ҡасанға тиклем күрермен яу әләмен? Ҡасанғаса борғо тауышы ҡолағымда яңғырар?


Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан! Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ! Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ, Таштарынан таҙартығыҙ! Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ!


Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.


Бабилдан һыҡтап илаған тауыш ишетелә, Халдей ерендә – оло ҡыйралыш!


Илдә һуғыш-ҡыйралыш ауаздары яңғырай!


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»


Һиңә ҡаршы баҫҡынсылар ебәрәм, Һәр береһенең ҡулында ҡорал булыр. Һинең иң күркәм кедрҙарыңды киҫеп, Уларҙы утҡа атырҙар».


Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.


Тыңлағыҙ! Бер хәбәр килә! Төньяҡ илдән оло шау-шыу күтәрелә! Ул Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡҡа, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәсәк.


Шунан һуң Уның көслө тауыш менән: – Ҡаланы язалаусыларҙың һәр береһе ҡулдарына емергес ҡоралдарын тотоп яҡынлашһын! – тип ҡысҡырғанын ишеттем.


Бына төньяҡҡа ҡараған Юғары ҡапҡа яғынан алты кеше килде. Һәр береһе ҡулына үлемесле ҡорал тотҡайны. Араларында етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан берәү бар ине. Улар эскә инде лә баҡыр ҡорбан усағы янына килеп баҫты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios