Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 4:5 - Изге Яҙма

5 «Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ, Йәрүсәлимдә белдерегеҙ, әйтегеҙ: „Бөтөн илдә мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!“ „Йыйылығыҙ! – тип оран һалығыҙ. – Нығытмалы ҡалаларға ҡасайыҡ!“

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 «Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ, Йәрүсәлимдә белдерегеҙ, әйтегеҙ: „Бөтөн илдә мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!“ „Йыйылығыҙ! – тип оран һалығыҙ. – Нығытмалы ҡалаларға ҡасайыҡ!“

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 «Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ, Йәрүсәлимдә белдерегеҙ, әйтегеҙ: „Бөтөн илдә мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!“ „Йыйылығыҙ! – тип оран һалығыҙ. – Нығытмалы ҡалаларға ҡасайыҡ!“

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 4:5
16 Referencias Cruzadas  

«Нишләп ултырабыҙ һаман? – ти Йәһүҙә халҡы. – Тороғоҙ, ҡасайыҡ нығытмалы ҡалаларға, Шунда үлемебеҙҙе көтөп алырбыҙ! Аллабыҙ Раббы әжәлгә дусар итте, Эсергә ағыулы һыу бирҙе, Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.


Йушағ һәм исраилдар әмөриҙәрҙе тулыһынса тиерлек ҡырып һалды. Уларҙың бик аҙҙары ғына нығытылған ҡалаларына ҡайтып һыйынды,


Борғо ҡысҡыртырға әҙерлән! Раббының йорто өҫтөндә Гүйә бөркөт өйөрөлә – Сөнки исраилдар Минең менән килешеүҙе боҙҙо, Минең ҡануныма ҡаршы сыҡты.


Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Ә был ергә Бабил батшаһы Навуходоносор килгәс: «Әйҙәгеҙ, халдейҙар һәм арамиҙар ғәскәренән Йәрүсәлимгә ҡасайыҡ», – тинек. Шуға күрә Йәрүсәлимдә йәшәйбеҙ.


– Был килешеүҙә әйтелгәндәрҙе тыңлағыҙ! Һин уны Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә еткер.


Мин Раббынан: – Был ер ниңә һәләк булды? Ни өсөн һис кем йөрөмәй торған сүл кеүек көйөп бөттө? Кем ошоно аңларҙай аҡылға эйә? Раббы һөйләшкән кеше кем, кем быларҙы халыҡҡа еткерер? – тип һораным.


Быны Яҡуп йортонда һөйләгеҙ, Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ:


Ике борғо ла ҡысҡыртһа, бөтә йәмғиәт һинең эргәңә, Осрашыу сатыры ауыҙына йыйылыр.


Борғолар ҡысҡыртылды, бөтә нәмә лә әҙерләнде. Әммә бер кем дә һуғышҡа китмәйәсәк, сөнки асыуым бөтә был өйөр өҫтөнә ябырыла.


Мөгөҙ ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге тауымда хәүеф иғлан итегеҙ. Илдә йәшәгән һәр кем тетрәнһен! Сөнки Раббы көнө килә, ул бик яҡын.


– Үҙеңә көмөштән сүкеп ике борғо яһап ал, улар һиңә йәмғиәтте йыйып, тупламдан алып сығыр өсөн кәрәк булыр.


Һәр көн иртән, көндөҙ ҙә, төндә лә Был ташҡын һеҙҙе йыуып алып китер. Был хәбәрҙе аңлағас, ҡотоғоҙ осасаҡ!»


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios