Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 4:26 - Изге Яҙма

26 Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында.

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 4:26
15 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


Төндә йырлаған йырҙарым иҫкә төшә, Үҙ-үҙем менән һөйләшәм, Күңелдәге һорауҙарыма яуап эҙләйем:


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


Минең халҡым бойҙай сәсте, Билсән урып алды, Хәлдән тайғансы эшләне, Әммә файҙаһын күрмәне. Раббының ялҡынлы ярһыуы арҡаһында Оятҡа ҡалдығыҙ – уңышығыҙҙан мәхрүм булдығыҙ».


Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм.


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.


Бөтә был ер бушлыҡ һәм дәһшәткә әйләнер. Был ҡәүемдәр етмеш йыл буйы Бабил батшаһына хеҙмәт итер.


Бөйөк Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ, Раббы йортонда шау-гөр киләләр.


Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios