Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 4:16 - Изге Яҙма

16 Ҡәүемдәргә белдерегеҙ, Йәрүсәлимгә иғлан итегеҙ: „Алыҫ илдән ҡамаусылар килә, Йәһүҙә ҡалаларына ҡаршы Уларҙың яу ораны яңғырай!“

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ҡәүемдәргә белдерегеҙ, Йәрүсәлимгә иғлан итегеҙ: „Алыҫ илдән ҡамаусылар килә, Йәһүҙә ҡалаларына ҡаршы Уларҙың яу ораны яңғырай!“

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Ҡәүемдәргә белдерегеҙ, Йәрүсәлимгә иғлан итегеҙ: „Алыҫ илдән ҡамаусылар килә, Йәһүҙә ҡалаларына ҡаршы Уларҙың яу ораны яңғырай!“

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 4:16
18 Referencias Cruzadas  

Уң ҡулында ҡала диуарҙарын ватырға емергес ҡорал ҡуйырға, һуғыш башларға бойороҡ биреү, яу ораны һалыу, емергес ҡоралды ҡапҡаға яҡынайтыу, тупраҡтан убалар өйөү, ҡамау нығытмалары төҙөү өсөн Йәрүсәлимде күрһәткән йәрәбә буласаҡ.


Эй Исраил халҡы, Мин алыҫтағы бер ҡәүемде ҡуҙғатам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы һеҙгә ҡаршы ебәрәм. Улар көслө, бик боронғо ҡәүем. Һин уларҙың телдәрен белмәйһең, Уларҙың телмәрен аңламаҫһың.


Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйнеләр? – тип һораны. – Улар миңә алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙа Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә килеп, ҡаланы ҡамауға алды.


Эй ҡәүемдәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Алыҫтағы яр буйҙарына иғлан итегеҙ, Әйтегеҙ: «Исраилды кем таратҡан булһа, Шул Үҙе ҡабаттан йыйып алыр; Малын ҡурсалаған көтөүсе һымаҡ һаҡлар».


Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.


Шуға күрә, эй ҡәүемдәр, ишетегеҙ; Эй йәмәғәт, белеп тороғоҙ – Уларҙың башына ни төшәсәк!


Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында ҡаплан һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.


Баҫыу ҡарауылсылары һымаҡ Улар Йәрүсәлимде уратып алды. Сөнки был ҡала Миңә ҡаршы баш күтәрҙе! – тип белдерә Раббы. –


Дошмандары йәш арыҫландай ырылдай, үкерә, Илен бушлыҡҡа әйләндерҙеләр; Ҡалалары яндырылды, Унда йәшәргә кеше ҡалманы.


Эй ҡәүемдәр, яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ! Эй халыҡтар, ҡолаҡ һалығыҙ! Тыңлаһын ер һәм ундағы бөтә нәмә, Донъя һәм унда тыуғандар!


Бына, Мин төньяҡтағы батшалыҡтарҙың Барса ҡәүемдәрен саҡырып алам, – тип белдерә Раббы. – Улар килер, батшалары тәхеттәрен Йәрүсәлим ҡапҡаларының алдына, Йәрүсәлимдең диуарҙарын уратып, Йәһүҙәнең бөтә ҡалалары ҡаршыһына ҡуйыр.


Ана, алыҫ илдән бисара халҡымдың иңрәүен ишетәм: «Раббы Сионда юҡмы ни? Уның Батшаһы унда түгелме?» «Нишләп улар боттары, Бер нәмәгә яраҡһыҙ ят һындары менән Минең асыуымды килтерҙеләр?» – тип яуап ҡайтара Раббы.


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


Раббы былай ти: «Ана, төньяҡ илдән халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем күтәрелә ер сигенән.


Ҡулдарында – йәйә, һөңгө; Улар аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ. Тауыштары диңгеҙ олоуындай; Аттарҙа сабып киләләр, Бер кешеләй яуға теҙеләләр Һиңә ҡаршы һуғышырға, эй Сион-ҡыҙ!»


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios