Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йермеяһ 4:14 - Изге Яҙма

14 «Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 «Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 «Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?

Ver Capítulo Copiar




Йермеяһ 4:14
22 Referencias Cruzadas  

Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.


Шуға күрә был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл, бәлки, күңелеңдәге яуыз уйың ғәфү ителер.


Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


Һәм тағы: «Раббы белә аҡыл эйәләренең уйҙарын: улар буш-мәғәнәһеҙ».


Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Әммә Раббы Ғайса уға былай тине: – Бына һеҙ, фарисейҙар, һауыт-һабаның тышын таҙартаһығыҙ, ә эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.


Ҡырҙағы ҡалҡыулыҡтар өҫтөндә Ҡылған әшәке ғәмәлдәреңде: Хыянатыңды, ерәнгес кешнәүеңде, Уйнаш итеүеңде күреп торҙом. Ҡайғы һиңә, Йәрүсәлим! Һин таҙарынғансы күпме ғүмер үтер?»


«Эй моңһоҙҙар, ҡасанғаса бер ҡатлы булып йөрөрһөгөҙ, һеҙ, битһеҙҙәр, ҡасанғаса һөмһөҙләнерһегеҙ, наҙандар, ҡасанға тиклем аң-белемде ек күрерһегеҙ?


Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емеше лә насар булыр. Ағас емешенә ҡарап беленә.


Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.


Инде иһә һелте менән күпме йыуынһаң да, Һабын менән ни ҡәҙәрле ышҡыһаң да, Ғәйебеңдең табы күҙ алдымда ҡалыр, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


«Йәһүҙәнең гонаһы тимер ҡәләм менән яҙылды, Йөрәктәренең таҡтаташына, Ҡорбан усаҡтары мөгөҙөнә Алмас осо менән уйылды.


Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ, ялған ант итеүҙән баш тартығыҙ. Сөнки Мин быларҙың барыһын да күрә алмайым». Раббы шулай тип белдерә.


Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»


– Хакимым! – тине Шимғон Петрус. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыу!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios